Урмандарҙа — махсус тәртип29.08.2017
Урмандарҙа — махсус тәртипБашҡортостан Хөкүмәте 25 августан алып махсус бойороҡ сыҡҡанға тиклем республиканың урман фондында янғынға ҡаршы айырым тәртипте ғәмәлгә индерҙе.
Документҡа ярашлы республика башҡарма власть органдарына янғынға ҡаршы сараларҙы тормошҡа ашырыу, янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙе көсәйтеү, тәүлек әйлә­нәһенә дежурлыҡты ойоштороу, бөтә биләмәләрҙе телефон элемтәһе менән тәьмин итеү, янғынға ҡаршы агитацияны әүҙемләштереү бурысы йөкмәтелде, ошо уҡ муниципа­литеттарға ла тәҡдим ителде. Әле урмандарҙа усаҡ яғыу, ауыл хужалығы ерҙәрен үртәү, сүп-сар яндырыу тыйыла.
Бойороҡтоң үтәлешенә конт­роль Башҡортостан Хөкү­мә­те Премьер-министры урынба­ҫары Ирек Мөхәмәт­диновҡа йөкмәтелде.

А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад