Халыҡ етеш йәшәһен25.08.2017
Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәтенең республиканың быйылғы тәүге ярты йыллыҡтағы социаль-иҡтисади үҫеше йомғаҡтарына арналған киңәйтелгән ултырышы булып уҙҙы. Уны төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов алып барҙы.
– Тәүге алты ай беҙҙең өсөн ярайһы уҡ уңышлы барҙы, – тине республика етәксеһе, сығыш яһап. – Ағымдағы күрһәткестәр буйынса ауыл хужалығы Волга буйы федераль округындағы тәүге өс урындың береһен биләй. Төҙөлөш тармағы ла һынатмай – ғинуар-июлдә файҙаланыуға тапшырылған торлаҡ күләме буйынса беҙ округта икенсе урында киләбеҙ. Сауҙа өлкәһендәге әйләнештең тиҙләнеүе лә мөһим күрһәткес булып тора. Эш хаҡы буйынса артта ҡалыуҙы кәметә барабыҙ.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, Хөкүмәттең һәм урындағы властың төп хәстәрлеге – халыҡтың килемен күтәреү, торлаҡ шарттарын һәм экологик хәлде яҡшыртыу, ҡала һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү.
Халыҡ хужалығының беренсе ярты йыллыҡтағы эшмәкәрлек йомғаҡтары ниндәй йүнәлештәрҙә алға китеш барлығын, ҡайһы проблемаларҙың тотҡарланыуын күрһәтте? Был хаҡта гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡый алаһығыҙ.