Бәхет аҡсала булмаһа ла...23.08.2017
Бәхет аҡсала булмаһа ла...Аҡсаһыҙ күрше туҡталышҡа ла барып етеп булмаған заманда йәшәйбеҙ: түләүҙәр шундай күп һәм төрлө, ҡыҫҡаһы, тап лайыҡлы эш хаҡы тормош кимәлебеҙҙе билдәләй. Ул ғына түгел, күпселек замандаштарыбыҙҙың кредит тотҡоно икәнлеге лә йәшерен-батырын түгел: кемдер ипотека түләй, бәғзеләр, кредит юллап, донъяһын бөтәйтә, машина яңырта һәм башҡалар. Ә банк алдында бурысың барҙа, тыныс йәшәү өсөн, ваҡытында тотороҡло эш хаҡы алып тороуың – төп шарт. Юҡһа коллекторҙар, банк хеҙмәткәрҙәре эҙәрлекләй башлаясаҡ, көнө-төнө шылтыратып янауҙар менән һеҙҙе генә түгел, яҡындарығыҙҙы ла йонсотоп бөтәсәк. Унан тыш ашарға, кейенергә, балаларҙы ҡарарға лә кәрәк бит әле...
Ә эш биреүсе намыҫһыҙ булып сыҡһа, тир түгеп, тырышып хеҙмәт итеүгә ҡарамаҫтан, хәләл аҡсаңды түләмәһә? Ошо урында бер нисә йыл элек бар Башҡортостанға яңғыраған ваҡиға иҫкә төштө. Дим биҫтәһендәге төҙөлөштәрҙең береһендә үрҙә телгә алынған аяныслы хәлдәге уҙамандың кран башына менеп, унда ике тәүлек ултырғанлығы, төҙөлөш ойошмаһының бригадаға һәм шәхсән уға эш хаҡы буйынса бурысын түләгән хәлдә генә, бейеклектән төшәсәген белдереүе мәғлүм. “Һәр беребеҙҙең ғаиләһе, кредиттары бар. Эш хаҡын алмайынса, беҙ нисек йәшәргә тейеш?” – Ирҙең йәмәғәтселеккә еткергән төп проблемаһы ошо ине. Былтыр иһә уның “батырлығын” “Өфө Кремле” йәшәү комплексы төҙөлөшөндә эшләүсе төҙөүселәрҙең береһе ҡабатланы... Нисек кенә булмаһын, бындай миҫалдар кешеләрҙең түҙемлеге һуңғы сиккә еткәнен, проблемаға иғтибар йәлеп итеү өсөн сараһыҙлыҡтан ошондай ысулды ҡулланғанын аңлата. Шул уҡ ваҡытта эш биреүсе етәкселәр аҡсаһыҙлыҡтан йонсоймо икән?
Мәсьәлә әле лә көнүҙәклеген юғалтмай. Ошо көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов эш хаҡы буйынса бурыс мәсьә­ләләренә арналған эш кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, муниципалитет вәкилдәре, профилле ми­нистрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре ҡатнашты.
Әлеге ваҡытта төрлө сәбәп буйынса эш хаҡын түләмәгән 57 предприятие билдәле. Бөлгөнлөккә төшкән йәки банкротлыҡҡа етеп килә тип табылған ойошмаларҙа хәл айырыуса ҡатмарлы. Уларҙың дүртеһендә эш хаҡы буйынса бурыс 25 миллион һумдан артҡан. “Энерготехсервис” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Өфө), “Ишембай машиналар эшләү заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте, “Лизингстроймаш” акционерҙар йәмғиәте (Өфө) һәм “Стәрлетамаҡ машиналар эшләү компанияһы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте – ошо исемлектә.
— Бындай бурыс булмаҫҡа тейеш, тип даими иҫкәртә киләм. Эш биреүсе яуаплылыҡ тойорға, эш хаҡын түләү уның тәү сираттағы бурысы икәнлеген аңларға тейеш, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Ошо һорау менән прокуратура, Тәфтиш комитеты, башҡа контроль-күҙәтеү структуралары шөғөлләнә. Беҙҙә яуаплы комиссияларҙың ултырыштары даими уҙып тора. Эш биреүселәрҙең ошо комиссияларға килмәгән осраҡтары ла бар – ҡасып ҡалалар. Эш хаҡын да түләмәйҙәр, яуап бирергә лә теләмәйҙәр. Тимәк, бындай етәкселәрҙе ҡыуырға, йәлләп тормаҫҡа кәрәк. Улар бит кешеләрҙең хәленә инмәй.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар эш хаҡын түләмәгән етәкселәргә ҡарата сараларҙы, хеҙмәт хаҡы буйынса бурысты ҡаплау вариант­тарын, эшселәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау маҡсатында предприятиеларҙың бөлгөнлөккә төшөүе тураһындағы ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү буйынса тәҡдимдәрҙе тикшерҙе. Киләсәктә аныҡ саралар күрелер һәм хеҙмәткәрҙәр хәләл көсөн түгеп тапҡан аҡсаһын алыр, тип өмөтләнәйек.


Вернуться назад