Ихтирам билдәһе22.08.2017
Ихтирам билдәһе
Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе Зөһрә РӘХМӘТУЛЛИНА:

– Ысынлап та, бөгөн йәмғиәттә башҡорт телен уҡытыу йәһәтенән халыҡта төрлө фекер йөрөй. Кемдәрҙер ҡаршы, икенселәр быны урынлы һанай. Дөрөҫөн әйткәндә, күп телдәрҙе белеү, шулай уҡ башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеү уҡыусыларға, бигерәк тә башҡорт милләтенән булмаған балаларға бик ыңғай йоғонто яһай. Күп телдәрҙе белеү ҡыҙ һәм малайҙарҙың зиһенен нығыта, донъяға ҡарашын киңәйтә. Шул уҡ ваҡытта әгәр ҙә иптәштәрең менән уларҙың телендә аҙ булһа ла аралаша алаһың икән, тәү сиратта был иғтибар һәм ихтирам күрһәтеүгә тиң.
Башҡортостан – башҡорт милләтенең тыуған төйәге, уның даирәһе. Ошо илдә, ошо республикала башҡорт теле һаҡланырға, үҫешергә тейеш.

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия универси­те­тының татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһы доценты Альбина ХӘЛИУЛЛИНА:

– Туған телдәрҙе, шулай уҡ башҡорт телен өйрәнеү кәрәк, әммә уның методикаһы, уҡытыу саралары яңыртылырға тейеш. Элекке уҡытыу алымдарына әҙме-күпме үҙгәреш индерелмәҫме икән? Ҡабул итеү йәһәтенән еңел дә, ҡыҙыҡлы ла булһын ине тигән теләк көслө.
Шәхсән үҙемә килгәндә, Таҡсура мәктәбендә (Благовар районы) башланғыс кластарҙа башҡортса уҡыным. Хәҙер башҡортса китаптарҙы еңел үҙләштерәм. Әйткәндәй, күренекле яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романында диалект һүҙҙәр күп булыуына ҡарамаҫтан, уны ҙур кинәнес менән уҡып сыҡтым. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың әҫәрҙәрен яратам.
Шулай уҡ ҡаҙаҡ теленең беҙҙең телдәргә яҡын булыуы ҡыҙыҡһыныу уята. Тәржемә өлкәһендә эшләү ҙә оҡшай миңә. Кешегә күп телдәрҙе белеү-өйрәнеү яҡшыға ғына.
Илдар АҠЪЮЛОВ яҙып алды.


Вернуться назад