Телдәр белгән – илдәр гиҙгән18.08.2017
Телдәр белгән – илдәр гиҙгәнХөрмәтулла ҮТӘШЕВ, Рәсәйҙең һәм Башҡортостан­дың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты:
– Быйыл беҙ Төркиәнең Сиде ҡалаһы эргәһендә ялыбыҙҙы иҫтә ҡалырлыҡ итеп уҙғарҙыҡ. Ғөмүмән, шәхсән үҙем генә был илгә ун тапҡыр сәфәр ҡылдым. Истанбулда асыҡ һауала театр байрамында ҡатнашыу, Башҡортостан көндәрен үткәреү, Коньяла һәм бүтән урында “Шәүрәкәй”ҙе, “Әхмәтзәки Вәлиди” спектаклдәрен сәхнәләштереү һәм башҡа сараларҙың уртаһында ҡайнау – шуға асыҡ миҫал.
Башҡорт телен белһәң, төрөктәр менән аралашыуы шул тиклем еңел. Әйтәйек, такси саҡыртҡанда ла, ҡала буйлап гиҙгәндә лә водитель миңә күптәнге танышым кеүек тойолдо. Бер ниндәй ҙә тәржемәсе талап ителмәне. Әле иһә донъяла тиңе булмаған аквапаркта булыу бәхете тейҙе. Унда ла сиратта торғанда, кассанан билет алғанда ҡыйынлыҡтарға осраманыҡ. Ҡунаҡханала ла хеҙмәткәрҙәр беҙҙе аңланы.

Рудольф ПАВЛОВ, яҙыусы, Бәләбәй ҡалаһы:
– Башҡорт теленә ҡарата һөйөү комсомолда эшләгәндә уянды. Нисектер бергә ҡайнаған коллегаларым араһында, улар һуңынан айырылмаҫ дуҫҡа әйләнде, башҡорттар булды. “Был телде ниңә белмәҫкә?” тинем дә яйлап ҡына үҙаллы өйрәнә башланым. Тәүҙәрәк әҙ-мәҙ һупаланым, хәҙер иһә башҡортса уҡыйым, һөйләшеү тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Тыумышым менән Бәләбәй районының Илькин ауылынанмын. Әйткәндәй, Бәләбәй ҡалаһындағы башҡорт гимназия-интернатында йәмғиәтте өйрәнеү фәненән уҡытыуым күпте һөйләй. Ул саҡта балалар менән уларҙың туған телендә аралашыуҙы әле лә һағынып иҫкә алам.
Башҡорт теле – матур тел, уны өйрәнеү шәхсән миңә бик еңел бирелде. “Сыуаштарға ҡарағанда ла таныштарың араһында башҡорттар күп түгелме, бигерәк тә әҙиптәр донъяһында?” – тип шаярта күршем. Күп телде белеү, һәр хәлдә, уларҙы өйрәнеүгә ылығыу һәр кемдә лә булырға тейеш.

Асмет НУРБӘКОВ:
– Төрлө телдә һөйләшкән кешеләрҙе осраттым, кемдәрҙер үҙҙәренсә йырлап һөйләшә, икенселәрҙеке яғымлы тойола, йомшаҡ һәм ҡаты итеп һөйләшкәндәр ҙә бар.
Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл ауылынан Сибай ҡалаһына күсеп килгәс (үҙем Ҡаҙағстанда тыуып үҫтем), төрлө урында эшләргә, төрлө вазифа биләргә тура килде. Билдәле, бында башҡорт мөхите. Шунда һөйгәнемде осратып өйләнештек, дүрт бала буй еткерә, өйөбөҙҙә башҡорт телендә рәхәтләнеп һөйләшәбеҙ. Хәйер, ҡаҙаҡ менән башҡорт бер-береһен яҡшы аңлай, тәржемәсе кәрәкмәй ҙә. Туған телде белеү һәр йәһәттән дә отошло. Фән докторы булған атайым Айбар Айтуған улы әйтмешләй, күп телдәр белгән һайын аралашыу даирәң киңәйә, ул дуҫлыҡҡа бер аҙым, үҙеңде көслөрәк тояһың. Башҡорт телен белеү мөхәббәтемде осратыуға ярҙам итте.


Вернуться назад