Хәстәр тойоу ҡанат ҡуя18.08.2017
Хәстәр тойоу ҡанат ҡуяБәпес ҡайтты, бәпес ҡайтты, мәшәҡәт һәм шатлыҡ артты... Шағирә Гөлфиә Юнысованың был ижади юлдары күптәргә таныш, сөнки донъялағы иң ҙур ҡыуаныстың – ғаилә ҡото, ырыҫы артыуын хәбәр иткән ябай ҙа, дөрөҫ тә һүҙҙәр. Ә һәр сабый үҙ бәхете менән тыуа тигән әйтемдең ни тиклем тормош хәҡиҡәтенә тап килгәнен иҫбатлап тораһы түгел: ошо көндәрҙә Республика йортонда булып үткән күркәм ваҡиға ла ошоға дәлил.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов йәш ғаиләләргә 300 мең һумлыҡ тәүге сертификаттар тапшырҙы. Тантаналы сараға алты ғаилә саҡырылғайны. Төп ҡунаҡтар, әлбиттә, быйыл ғына донъяға килгән бәләкәстәр булды. Бер тапҡыр бирелә торған социаль пособие йәштәрҙең торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә йүнәлтеләсәк.
– Был залда беҙ бөгөн иң ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы тәбрикләйбеҙ, – тине осрашыу барышында Рөстәм Зәки улы. – Һеҙ – беҙҙең өсөн бик яҡын кешеләр. Атай һәм әсәйҙәрҙе бәпестәре тыуыу менән бер рәттән, уларҙы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта торған йәш ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү йәһәтенән тормошҡа ашырыла башлаған тәжрибәлә ҡатнашыуҙары менән дә ихлас ҡотлайым. Быйыл беҙ йәштәргә аныҡ ярҙам күрһәтергә ҡарар иттек. Һеҙгә ҡарап башҡа ғаиләләр ҙә өлгө алһын, бәпес табырға ҡарар итһен. Бөгөн демографик хәлдең насарая барыуын, тыуымдың түбәнәйеүен беләбеҙ, шуға ла сабыйҙар беҙгә бик кәрәк. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, йәш ғаиләләргә ярҙам итеү өсөн барыһын да эшләргә әҙербеҙ.
Хәстәр тойоу ҡанат ҡуяБилдәле булыуынса, Республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡарары менән быйылдан тәүге тапҡыр ата-әсә булған 35 йәшкә тиклемге ғаиләләр 300 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамын юллай ала. Был йәһәттән ғаризаларҙы һәм документтарҙы май уртаһында ҡабул итә башланылар. Әлегә матди ярҙамға 2200 тирәһе ғаилә дәғүә итә, быға 660 миллион һум самаһы сығым китәсәк. Программаға барлығы бер миллиард һум тирәһе аҡса бүленгән, тимәк, бығаса иҫәптә тормаған мохтаждар сиратҡа баҫып өлгөрә ала.
300 һумлыҡ сертификатҡа эйә булыу өсөн, ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж тип табылырға тейеш. Сертификатты ипотека өсөн беренсе иғәнә итеп ҡулланырға, торлаҡ һатып алған кредитты ҡапларға, шәхси йорт төҙөүгә йәки һатып алыуға тотонорға була.
Рәсәйҙә тиңе булмаған был башланғыс йәмғиәттә төрлө фекер тыуҙырҙы. Йәш ғаиләләрҙе ифрат шатландырған яңылыҡ шул уҡ ваҡытта сабыйҙарын яңғыҙ тәрбиәләгән әсәләрҙә йәки атайҙарҙа борсолоу уятты. Шуныһы шатлыҡлы: власть вәкилдәре йәмәғәтселектең фекеренә ҡолаҡ һалып, ҡарар камиллаштырылды, һөҙөмтәлә хәҙер сабыйын яңғыҙ тәрбиәләүсе әсәй һәм атайҙар ҙа 300 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамын юллай ала (әлбиттә, бала 2017 йылда тыуһа һәм башҡа шарттарға тура килгән осраҡта).
Үрҙә телгә алған сараға әйләнеп ҡайтайыҡ. Республикала тәүгеләрҙән булып 300 мең һумлыҡ сертификат алған бәхетле парҙар төрлө өлкәлә эшләгән белгестәр булһалар ҙа, уларҙың уртаҡ һыҙаттары бихисап. Ҡарап ултырыуы ғына ла күңелле: беренсе сабыйҙарын күкрәктәренә ҡыҫҡан йәштәрҙең йөҙҙәре балҡый, шатлыҡтары йөҙҙәренә сыҡҡан.
Йәш парҙарҙың барыһы ла киләсәккә яҡты пландар ҡороп, алған һөнәрҙәре буйынса йәмғиәткә файҙа килтереп, лайыҡлы йәшәргә һәм эшләргә ниәтләй. Бала иһә ғаиләнең нигеҙен тағы ла ныҡлыраҡ һәм ҡотлораҡ итә – йәштәргә һүҙ биргәс, күптәр ошоно билдәләне.
Зилиә менән Айнур Ситдиҡовтар рес­пуб­ликабыҙҙың төп ижади мәккәләренең береһендә – Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй. Йәш актерҙарҙы сәхнәләге ролдәренән тыш, телевидение аша күрһәтелгән фильмдарҙан, сериалдарҙан да танып беләбеҙ. Быйыл 13 ғинуарҙа, яҡындарын шатландырып, улдары Айбулат донъяға килгән.
– Ғаилә ҡорғас та, 2015 йылда, ипотекаға фатир алғайныҡ, төҙөлөп бөткәнен көттөк. Быйыл, улыбыҙ тыуып, бер ни тиклем ва­ҡыт үткәс, Башҡортостанда йәш ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеү тураһында яңы ҡарар ҡабул ителгәнен ишетеп шатландыҡ, майҙа, документтар ҡабул ителә башлау менән, тейешле ҡағыҙҙарҙы йыйып тапшырҙыҡ. Ыңғай яуап алғас, ни тиклем ҡыуанғаныбыҙҙы белһәгеҙ! Ипотека түләү еңелдән түгел, ә 300 мең һум банк алдындағы бурысыбыҙҙы һиҙелерлек ҡапларға булышлыҡ итәсәк. Айбулатыбыҙҙы көткәндә бындай мөмкинлек булыр тип күҙ алдына ла килтермәгәйнек, бына бит, һәр бала үҙ бәхете менән тыуа, тигәндәре хаҡ! Эш, әлбиттә, аҡсала ғына түгел, иң мөһиме – һаулыҡ булһын, – ти Зилиә Азамат ҡыҙы.
Осрашыу барышында иһә уның хәләл ефете Айнур Ситдиҡов Республика Башлығына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
– Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы, был ярҙам беҙҙең өсөн бик мөһим. Именлек, муллыҡ үҙенән-үҙе генә килмәгәнен аңлайбыҙ. Һөҙөмтәгә тотороҡло хеҙмәт һәм шәхси камиллашыу нигеҙендә генә өлгәшергә мөмкин. Ошо ҡаҙаныштарҙан тыуған илдең, республиканың яҙмышы туҡыла. Ғаиләләр, ата-әсәләр тураһында хәстәрлек күреү беҙҙең республика, тыуған ил өсөн яуаплылыҡ менән тығыҙ бәйле. Беҙ тәртипле, аҡыллы, ә иң мөһиме – республика өсөн кәрәкле, көслө балалар үҫтерергә бурыслы. Хәстәрлек тойоу беҙгә ышаныс өҫтәй. Һеҙгә тағы ла берҙе ҙур рәхмәт.
Ҡариҙел районында тыуып үҫкән Яҡуповтар, меңдәрсә яҡташтарыбыҙ кеүек, Өфөлә уҡыған, табышҡан-ҡауышҡан. Йәш ғаиләһенең әлегә үҙ торлағы юҡ – Черниковка биҫтәһендә фатирҙы ҡуртымға алып көн итәләр. Ғаилә башлығы Данил янғын һүндереү хеҙмәтендә эшләһә, ҡатыны Лилиә сит телдәр уҡытыусыһы, әлеге ваҡытта декрет ялында. Улдары Ризуан быйыл 21 ғинуарҙа тыуған.
– Закон ҡабул ителеп, документтарҙы йыйып биргәс, аныҡ ярҙам алырыбыҙға бик ышанып та бөтмәй инек. Сертификат бирәләр тигәс, аптырап ҡалдыҡ, оло ҡыуаныс кисерҙек. Ә хәҙер уңайлы торлаҡ таба һалып, 300 мең һум менән тәүге иғәнәне түләргә ниәтләйбеҙ, Яңы йылды үҙ йортобоҙҙа ҡаршыларға хыялланабыҙ, – ти йәштәр.
Марина менән Евгений Макаровтарҙың улы ла ғинуарҙа донъяға килгән. Йәштәр икеһе лә эшләгән саҡта ипотекаға фатир һатып алған.
– Мин декрет ялына киткәс, барлыҡ түләүҙәр иремдең иңенә ятты. Ҡыйыныраҡ, әлбиттә, әммә бирешмәйбеҙ. Ә 300 мең һумлыҡ сертификат күктән төшкән бәхет кеүек тойолдо – ул беҙҙең ипотеканы кәметер өсөн шаҡтай ҙур ярҙам буласаҡ, – ти Марина.
Республика клиник балалар дауаханаһының анестезиолог – реаниматологы Рәмил Мусин да ғаиләһе хаҡында бер-ике кәлимә әйтте. Уның ҡатыны ла табип булып эшләй. Йәштәр, өйләнешкәс, төҙөлөп ятҡан йортта фатир һатып алған, үҙ мөйөштәренә күсмәй тороп, сабый планлаштырмағандар.
– Шәхси йортобоҙ булғас, балалар хаҡында хыяллана башланыҡ. Рөстәм үҙ өлөшө менән тыуҙы. Сертификат сум­маһын ипотека буйынса бурысты ҡаплауға тотонасаҡбыҙ, – ти Рәмил Радик улы.
Нисек кенә булмаһын, йәш ғаиләләр өсөн ҡабул ителгән был ҡарар – күңелдәргә өмөт бирә, ышаныс өҫтәй торған ғәмәл. Хәҙерге йәштәр иҫәпсел, үҙе өсөн йәшәргә ярата, еңел юлдар эҙләй, тиергә яратабыҙ. Бәлки, шулайҙыр. Мәгәр, араларында аныҡ маҡсатлы, булдыҡлы ғына түгел, ә дәүләт яҙмышы өсөн борсолған, йәмғиәттең көнүҙәк проблемаларына битараф булмаған, уларҙы хәл итеүгә үҙ өлөшөн индергән замандаш­тарыбыҙ күп, шөкөр.
– Тәүге бәпестәре тыуған йәш ғаиләләргә 300 мең һумлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтеүгә килгәндә, тәжрибә ыңғай һөҙөмтә биргән осраҡта, ул мотлаҡ оҙайтыласаҡ, – тине Рөстәм Хәмитов.
Һис шикһеҙ, демографик көрсөк – илдең стратегик проблемаларының береһе, айырыуса һуңғы тиҫтә йылда был өлкәләге хәлдең ни тиклем ҡатмарлы икәнлеген иҫәпкә алып, дәүләтебеҙҙә төрлө саралар күрелә, шул иҫәптән бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә социаль ярҙам күрһәтеүҙең төрлө юлдары һынала. Әсәлек капиталы, бушлай ер майҙаны бүлеү, башҡа төрлө ташламалар – ошо исемлектә.
Тик шуныһы бар: беҙҙең илдә закондар йыш ҡына үҙгәреп тора. Мәҫәлән, кемдер Әсәлек капиталын алыу хоҡуғынан файҙаланһа, бәғзеләр өлгөрмәне, уның ҡарауы, ҡайһы берәүҙәр саҡ ҡына һуңғараҡ бәпес алып ҡайтып, Әсәлек капиталын да, хатта бушлай ер участкаһын алыуға ла өлгәште (өсөнсө сабыйы тыуған осраҡта). Әйткәндәй, ер тураһындағы закон үҙ көсөнә ингән саҡта торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡ критерийы иҫәпкә алынманы, күп ғаиләләр ерле-йортло булды.
Шулай итеп, быға тиклем дәүләт, нигеҙҙә, икенсе-өсөнсө балалар хаҡында төрлө юлдар менән хәстәрлек күрһә, 300 мең һумлыҡ сертификат – әле генә үҙаллы тормош юлына баҫҡан, тәүге бәпесен бәпләргә хыялланған йәш ғаиләләргә ярҙам да, яңы маҡсаттарға этәргес тә булырлыҡ яңылыҡ. Әлбиттә, тормош юлын лайыҡлы үтергә теләгән аҡыллы кешеләр аҡса тип кенә бала тапмаясаҡ, һәр яҡлап мөмкинлектәрен баһалаясаҡ. Шулай ҙа... Ғаилә тураһында яҡындарының ғына түгел, ә дәүләттең дә хәстәрлек күреүен, ярҙам итеүен тойоу ҡанат ҡуя, алға әйҙәй түгелме?!

Белешмә

35 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләргә тәүге сабый тыуғанда бер тапҡыр бирелә торған социаль түләүҙе юллап, республиканың власть органдарына 751 ғаилә мөрәжәғәт иткән, 91 ғаилә дәғүәселәр исемлегенә индерелгән.
Башҡортостанда, социаль яҡлауҙың федераль сараларынан тыш, айырым категорияға ҡараған күп балалы ғаиләләргә, балалы студент ғаиләләренә, инвалид балалар тәрбиәләгән өсөн, бер үк ваҡытта ике һәм унан да күберәк балалары тыуған ғаиләләргә айлыҡ пособиелар түләнә.
Туғыҙ һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләүселәргә бер тапҡыр 600 мең һумлыҡ социаль ярҙам күрһәтелә. Баланы уллыҡҡа алған граждандарға һәр бала өсөн федераль әсәлек капиталы күләмендә бер тапҡыр бирелә торған пособие түләнә, әгәр ҙә бала инвалид икән, пособие 100 мең һумға арта.


Вернуться назад