Башҡортостанға “Апимондия” Халыҡ-ара умартасылыҡ ассоциациялары федерацияһы ағзалары килде. Сәфәрҙең маҡсаты — Рәсәйҙең 2021 йылда “Апимондия” Халыҡ-ара умартасылыҡ конгресын һәм “АпиЭкспо” күргәҙмәһен үткәреүгә ғаризаһына ярашлы Өфөнөң инфраструктураһын тикшереү. Делегация составына “Апимондия” Халыҡ-ара федерацияһы президенты Филип Маккейб (Ирландия), генераль секретары Рикардо Джаннони-Себастианини (Италия), шулай уҡ конкурстың һәм күргәҙмәнең ойоштороу комитеты вәкилдәре инде. Рәсәйҙең заявка комитетынан Рәсәй умартасылар милли союзы президенты Арнольд Бутов ҡатнаша.
“Апимондия” вәкилдәре “Аҡбуҙат” ипподромында бөгөн үтәсәк “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” Бөтә Рәсәй конкурсында почетлы ҡунаҡ буласаҡ. Инспекция төркөмө конгресты һәм күргәҙмәне үткәреү өсөн тәҡдим ителгән урындар, ҡатнашыусылар урынлаштырыласаҡ отелдәр, ҡунаҡтар өсөн туристик турҙар менән танышасаҡ.