“Һеҙҙең халыҡ 17 миллиондан ашмаҫҡа тейеш...”15.08.2017
“Һеҙҙең халыҡ 17 миллиондан ашмаҫҡа тейеш...”Был һүҙҙәрҙе, Украинаның беренсе саҡырылыш халыҡ депутаты Лариса Скорик раҫлауынса, Збигнев Бжезинский әйткән. Польшаның Бойондороҡһоҙлоҡ көнөн билдәләгәндә ошо дәүләттең илселегендә барған әңгәмәлә күренекле сәйәсмән шулай ти: “Европаның, иң күп тигәндә, 17 миллион украинды ғына аҫрарға хәленән киләсәк”. Һүҙ был илдән Көнбайышҡа эшкә барыуы ихтимал булған кешеләр хаҡында түгел, ә Украинаның бөтә халҡы тураһында бара.
Был оятһыҙ белдереүгә ҡаршы Украинаның үҙаллы дәүләт булыуы өсөн әүҙем сығыш яһаған эшмәкәрҙәрҙең береһе профессор Л. Скорик шулай тип әйтергә мәжбүр булған: “Беҙ “Назалежна” иғлан иткән саҡта мин иң ҡурҡыныс төштә лә илебеҙҙе шундай яҙмыш көтә икәнен күҙ алдына килтерә алмаҫ инем”. Хәҙер беҙ Украинала шундай төшөнкө кәйефтә йәшәгән зыялыларҙың күбәйгәндән-күбәйә барыуына шаһитбыҙ.
– Беҙҙең милли киңлектә йәшәгән украиндар ғәмәлдә 32-34 миллиондан ашмай, – ти политолог Андрей Ермолаев. – Ә бит Донбасс һәм Луганск республикаларында, Ҡырымда тороп ҡалған һәм элекке Украина гражданлығынан сыҡҡан алты миллион самаһы халыҡ, Рәсәйгә күсеп киткән 600-800 мең тирәһе кеше лә шул иҫәпкә инә. Төрлө сығанаҡтарға ярашлы, украиндарҙың өс миллиондан алып биш миллионға саҡлымы сит илдәрҙә эшләй һәм уларҙың артабан ҡайҙа йәшәргә ҡаласағы ла билдәһеҙ.
Ғәмәлдә Украина халҡының дөйөм һаны тураһында аныҡ мәғлүмәттәр юҡ. Икмәк ҡулланыусылар һанына ҡарап, уның әле 28 миллион кешенән ашмауы тураһында фараз итәләр. Ҡайһы бер рәсми сығанаҡтар буйынса, 1991 йылдан алып 2014 йылға тиклемге арауыҡта был ил халҡы 52 миллиондан 42 миллионға саҡлы кәмегән. Һуңғы өс йылда был күрһәткестең тағы ла биш-алты мил­лионға кәмеүе хаҡындағы мәғлүмәттәр ҙә бар.
– Беҙҙең ил халҡының юҡҡа сығыуы ҡотолғоһоҙ йүнәлеш алды һәм уны туҡтатыу мөмкин түгел, – ти Украина Милли фәндәр академияһының Демография һәм социаль тикшеренеүҙәр институты хеҙмәткәре Лидия Ткаченко. – Донбасстың баш күтәргән төбәктәре Украинаға кире ҡайтмаһа, халыҡтың 27 миллионға ғына тороп ҡалыуы ихтимал.
Уның әйтеүенсә, илдәге депопуляция күренеше тыуымдың киләсәктә бик аҙ буласағын һәм Украина халҡының бер ҡасан да 50 миллионға етмәйәсәген аңғарта. “Укрстат” мәғлүмәттәренә таянһаҡ, былтыр ошо дәүләттә 397 мең бала тыуғанын һәм 584 мең кеше үлгәнен (Донбассты ла иҫәпкә алып) күрербеҙ. Тимәк, үлем һаны тыуымды бер ярым тапҡырға уҙып киткән. Был күрһәткес 2012 йылдан алып һаҡланып килә, ә 2017 йылдың тәүге өс айында хатта 1,7 тәшкил итте.
Ни өсөн шулай килеп сыға һуң? Быны аңлау өсөн ошо хәлгә килтергән тәүшарттарҙы ҡарамайынса, йәғни тарихҡа күҙ һалмайынса булмай.
Киев үҙәгендә барлыҡҡа килгән “Европа майҙаны” 2014 йылдағы дәүләт түңкәрелешенән һуң артабан ниндәй әүҙемлек күрһәтергә белмәй аптырап ҡалды һәм ... клумбаларҙа бәрәңге, һуған, редиска үҫтерергә, ошонда сусҡалар килтереп бәйләргә кереште. Баҡһаң, был күренеш Украинаның крәҫтиәндәр иле булыуын, ә сәнәғәт тармаҡтарын коммунистар мәжбүр итеп урынлаштырыуын аңлата икән. Күрәһең, үҙҙәре власҡа килтергән әфәнделәр өсөн бер кәрәктәре ҡалмағанлығын аңлай башлағандарҙыр. Шекспир пьесаһындағы герой әйтмешләй, “мавр үҙ эшен башҡарҙы, мавр китһә лә була”.
Ошо майҙанда торған һәм үҙҙәрен революционерҙар тип иҫәпләгән, ләкин еңеү ҡаласынан бер нәмә лә эләктерә алмаған кешеләр менән улар власҡа килергә ярҙам иткән түрәләр араһында низағ төҫмөрләнә башлағас та, Киев был дыуамалдарҙан каратель отрядтары төҙөй һәм “сепаратсылар”ға ҡаршы һуғышҡа ебәрә. Тимәк, хәҙер уларҙың кәрәге юҡ һәм яу ҡырында ятып ҡалһалар ҙа йәл түгел. “Майҙан”ға ла райондар һәм бәләкәй ҡалалар халҡы вәкилдәрен йыйырға тырышҡандар. Яңы һапланған көрәк-һәнәктәрҙе майҙанға алдан күпләп килтереүҙәре лә шул маҡсатта эшләнгән икән. Тимәк, ҙур мегаполистағы зыялылар синыфы түгел, ә “ысын” халыҡ йыйылған майҙан уртаһына. Икенсе төрлө әйткәндә, “ябай” халыҡтың талаптарын кисекмәҫтән үтәргә кәрәк. Ә көрәк, түтәл ҡаҙыуҙан бигерәк, ҡаршылашып маташҡан кешеләрҙең башын яра һуғыу өсөн кәрәк. Власҡа ҡаршылашҡандар күҙ уңында тотола, әлбиттә. Көрәк ул мылтыҡ түгел, власты һаҡлаған полиция өсөн әллә ни хәүефе юҡ. Шул иҫәптән – биналар башында ултырған “серле” снайперҙар өсөн дә. Хәтерләйһегеҙҙер: Киевта снайпер­ҙарҙың көн дә бер нисә демонстрантты атып үлтереүе тураһындағы хәбәр донъя матбуғатында шау-шыу тыуҙырғайны... Әллә снайперҙар булды, әллә власть үҙе ойошторҙо, хәҙер һис кем аныҡ ҡына әйтә алмаҫ. Шуныһы асыҡ кеүек: был хәл халыҡтың асыуын ныҡ ҡабартты һәм ҡайһы бер сәйәсмән­дәрҙең власҡа килеүен уғата тиҙләтте. Хәйер, үҙ халҡын атыуҙы ойоштороуҙары ысын була ҡалһа, уларҙы сәйәсмән тип түгел, ә башҡа исемдәр менән атарға була.
Вашингтонда урынлашҡан Халыҡ-ара гуманитар технологиялар академияһы президенты Евгений Гильбо раҫлауынса, Украиналағы 2014 йылғы дәүләт түңкәрелеше – көнсығыш славяндарына ҡарата геноцид үткәреү эҙемтәләренең береһе. “Украин халҡы төрлө тормош ҡыйынлыҡтарына һәм тарихи һынауҙарға түҙеп өйрәнгән, ләкин һуңғы йылдарҙағы ваҡиғалар был геноцидтың сифат яғынан яңы баҫҡысҡа күсеүен, махсус рәүештә социаль ҡыйынлыҡтар тыуҙырылыуын күрһәтә һәм уның маҡсаты – украин халҡын кәметеү”, – тип яҙа ул. Быны дәлилләү өсөн ғалим күп миҫал килтерә: Украиналағы һаулыҡ һаҡлау тармағын юҡҡа сығара барыу, хатта дәүләт медицина препараттары һатып алыу хеҙмәтен бөтөрөү, балаларға вакцинация яһау буйынса Сомали һәм Көньяҡ Судан кеүек илдәр кимәленә төшөү, яман шеш, туберкулез һәм башҡа сирҙәрҙең көсәйә барыуына ҡаршы тормау, үҙ фекерен белдерергә йөрьәт иткәндәрҙе эҙәрлекләү һәм уларҙы сит илгә китергә мәжбүр итеү һәм башҡалар.
Тарих фәндәре кандидаты, Украина прогрессив социалистик партияһы ағзаһы А. Арсеенко яҙғанса, фәҡирлек хәҙер был илдәге тормоштоң даими юлдашына әүерелде, Украина Конституцияһында социаль дәүләт төҙөүгә йүнәлеш алыу, ә ҡануниәттә иҡтисадтың социаль йүнәлешле булырға тейешлеге нығы­тылһа ла, ил етәкселеге уларҙы тормошҡа ашырыуға тотонмаған да әле. “Фәҡирлекте бөтөрөү стратегияһы” тигән документ 2001 йылда уҡ ҡабул ителгән, уға ярашлы, фәҡирлек кимәле илдә 2015 йылға 18 процентҡаса төшөргә тейеш ине, ләкин һөҙөмтәлә ул 25 процентҡа етте. Ошо уҡ тарихсы раҫлауынса, миллиондарса украиндың хәле хөртәйеүе иҡтисади реформаларҙың исем өсөн генә үткәрелеүен, ғәмәлдә уларҙың олигархтарға ғына уңайлы булыуын күрһәтеп тора.
Халыҡтың төп өлөшөнөң берҙән-бер байлығы – совет осоронан ҡалған фатирҙар һәм баҡсалар, ләкин уларҙы банктан кредит алыу өсөн файҙаланырға күпселектең хәленән килмәй, сөнки кире ҡайтарыу мөмкинлектәре юҡ. Илдәге торлаҡ фонды бик тиҙ туҙа бара, әммә дәүләттең уны йүнәтерлек финанс мөмкинлеге үтә тар. Туҡланыуҙың насарайыуы, баҙарҙан иң арзан һәм һаулыҡ өсөн шикле аҙыҡ-түлекте һатып алырға мәжбүр булыу кеше ғүмере өсөн ҙур хәүеф тыуҙыра. Йорттағы көнкүреш техникаһын, кейем-һалымды һәм башҡа кәрәкле әйберҙе яңыртыу ҙа йылдан-йыл ауырыраҡ була бара.
“News online 24” агентлығы баҫып сығарған мәғлүмәттәргә ҡараһаҡ, былтыр Украинаға көн һайын уртаса 100 кеше күсеп килгәнен һәм 600 кешенең ситкә сығып киткәнен күрербеҙ. Ошо уҡ агентлыҡ АҠШ-тың Үҙәк разведка идаралығы мәғлүмәттәрен дә килтерә: халыҡтың бөгөнгө темпта кәмеүе һаҡланған хәлдә 2020 йылға Украина халҡының 24 миллион кешенән ашмауы, 2030 йылға – 13 миллион, ә 2050 йылға ҡарата ете-һигеҙ миллион кеше самаһы булыуы ихтимал икән. “2012-2013 йылдарҙа Украинала 48 миллион кеше йәшәй ине, һуңғы өс йылда был күрһәткес ун миллион кешегә кәмене”, тип яҙа ошо агентлыҡ.
Социаль һорау алыу һөҙөмтәләре лә ҡыҙыҡлы булыр, моғайын – ул Украиналағы халыҡҡа ҡаршы сәйәсәттең һөҙөмтәһен асыҡ күрһәтеп тора. Илья Кучерив исемендәге “Демократик башланғыстар” фонды менән Рузумов үҙәге берлектә үткәргән тикшеренеүҙәргә ярашлы, былтыр украиндарҙың 9,5 проценты ғына ил президенты Петр Порошенконы йыл сәйәсмәне тип атаған. Ҡалған етәкселәрҙеке тағы ла аҙыраҡ. Һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 40 проценты ундай исемгә лайыҡ кандидатура юҡ тип, ә респонденттарҙың 67 проценты илдең сәйәси һәм иҡтисади йүнәлеше дөрөҫ түгел тип тапҡан.
Һорау алыуҙа ҡатнашҡан граждан­дарҙың фекеренсә, Украиналағы тор­моштоң күпселек даирәләрендә хәл насарайған: 88,5 процент халыҡ хаҡтар­ҙың үҫә барыуы, 77 проценты илдең иҡтисади хәленән, 73 проценты тотороҡ­лолоҡ кимәленән ризаһыҙ булыуын белдергән, 74 проценты киләһе көнгә ышанысы булмауы тураһында әйткән. Шуныһы ғибрәтле: яуап биргәндәрҙең 75 проценты ғаиләһенең матди хәле ҡырҡа насарайыуын күрһәткән. Киләһе йылда ла Киев уртаһында “майҙан” барлыҡҡа килеүен респонденттарҙың 39 проценты ғына ихтимал тип иҫәпләй. Шул уҡ ваҡытта уларҙың 61 проценты улар йәшәгән ауыл йәки ҡалала протест митингыһы мөмкин түгел тип һанай.
Быйылғы июль аҙағында “Независимая газета”, Киевтағы Халыҡ-ара социология институты үткәргән һорау алыу һөҙөмтәләренә таянып, түбәндәгеләрҙе яҙҙы: социологтар Украинала йәмәғәт тотороҡлолоғоноң рекордлы түбән күрһәткесен теркәгән, ә был иһә социаль “шартлау” менән янай тигән һүҙ. Яуап биргәндәрҙең 87,1 проценты иҡтисади хәлде үтә насар тип билдәләгән һәм 0,8 проценты ғына унан ҡәнәғәт булыуын белдергән (бәлки, олигархтар һәм уларҙың ғаилә ағзаларылыр?). Граждан­дарҙың 50,3 процентының ғаилә килеме ашарға ғына етә, кейем-һалым алыуҙан мәхрүмдәр икән, ә 17 проценты ашау-эсеүҙе ныҡ ҡыҫырға мәжбүр булыуҙарын белдергән. Шулай булғас, Збигнев Бжезинский аңғартҡан сәйәсәттең ысын икәнлегенә ышанмай ҙа булмай шул.


Вернуться назад