Донъяға нефть идара итә15.08.2017
Донъяға нефть идара итәХәҙерге заманда энергетика ресурстары донъя илдәренең тышҡы сәйәсәтенә иң ҙур тәьҫир яһаған көстәрҙең береһелер, моғайын. Был юҡҡа ғына түгел.
Һәр илдең иҡтисады һәм то­то­роҡло үҫеү мөмкинлеге уның тышҡы сәйәсәте, йәғни башҡа дәүләттәр менән үҙ-ара мөнәсәбәтенә тығыҙ бәйләнгән. Тимәк, тышҡы сәйәсәт тә ахыр сиктә иҡтисадҡа барып тоташа. Халыҡ-ара аренала эш иткәндә, бөтә илдәр ҙә үҙенең стратегик ресурстарын һаҡлап ҡалыуға, донъя баҙарындағы хеҙмәт бүленешендә отошло урынды алып ҡалырға һәм ысҡындырмаҫҡа тырыша.
Тышҡы сәйәсәттең иң мөһим йүнәлештәренең береһе – энергетика сәйәсәте. Уҙған быуаттың 70-се йылдарындағы тәүге энергетик көрсөктән һуң был фактор донъя сәйәсәтендә хәрби шарт кеүек үк роль уйнай башланы, һөҙөмтәлә энергетика дипломатияһы тигән төшөнсә барлыҡҡа килде һәм тиҙ нығына башланы. Тышҡы сәйәсәт ведомстволары менән энергетика компаниялары үҙ-ара тығыҙ хеҙмәт­тәшлеккә күсте, һуңғылары дәүләттәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙә үҙаллы “уйынсы”ға әйләнде.
Бөгөн донъяның энергетика баҙарында Рәсәй, Ҡытай, Европа Советының мәнфәғәттәре ярыша. Белеүебеҙсә, күпселек илдәр энергетик ресурстарҙы һатып алыусылар булып тора һәм уларҙың хәле донъяның ошо тауары баҙарындағы шарттарға туранан-тура буйһона. Нефть, газ һәм күмер ятҡылыҡ­тарының ҡайҙа урынлашыуы, ҡулланыусыларға алып барып еткереүҙең уңайлы булыу-булмауы был дәүләттәр өсөн үтә мөһим. Үҙәк Азияның углеводород сеймалына бай булған илдәре, мәҫәлән, Персия ҡултығындағы шундай уҡ дәүләттәр менән сағыштырғанда отола, сөнки диңгеҙгә сығыу мөмкинлеге юҡ. Ә “ҡара алтын”ды торба буйлап ташыу өсөн диңгеҙ порттары булған илдәр менән мөнәсәбәтте боҙмаҫҡа кәрәк. Биләмәһе аша торба үткәргес һалырға рөхсәт иткән ил өсөн дә был хәл отошло – нефть һатҡан ил уға рента түләй.
Энергетика ресурстары менән сауҙа итеү, ғөмүмән, дәүләттәрҙе үҙ-ара татыу йәшәргә мәжбүр итә: береһенә сеймалды һатырға, икенсеһенә уны иҡтисадын үҫтереү өсөн мотлаҡ һатып алырға кәрәк бит. Ниндәй ҙә булһа илгә углеводород сеймалын һатыу хәҙер йыш ҡына уның хаҡынан бигерәк ошо дәүләттең тышҡы сәйәсәттә өҫтөнлөктән файҙаланыуын күрһәтеп тора. Энергетика ресурстарына хаҡты билдәләгәндә лә, иҡтисади шарттарҙан тыш, сәйәси хәл дә иҫәпкә алына.
Нефть, газ һәм күмерҙең донъя баҙарындағы әһәмиәте державалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе лә ҡырҡыулаштыра, сөнки был баҙарҙы контролдә тотоу өсөн көрәш бара. Был сеймалдың запасы сикһеҙ булмауы һәм ҡитғалар буйынса тигеҙ урынлашмауы көрәште көсәйтә төшә. Был ярыштың үҙенсәлектәрен түбәндәгесә аңлатырға мөмкин:
* беренсенән, энергетик хәүеф­һеҙлек бөтә дәүләттәрҙең дә мәнфә­ғәтенә тулыһынса яуап бирә. Нефть сығарған төп төбәктәрҙәге хәлде билдәләгән оҙайлы килешеү­ҙәр шуның эҙемтәһе булараҡ барлыҡҡа килә лә инде;
* икенсенән, “ҡара алтын” бизне­сының эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге иң табышлы тармаҡ булыуын дауам итеүе тышҡы сәйәсәткә ныҡ йоғонто яһай. Мәҫәлән, Ливияның артта ҡалған илдән көслө дәүләткә әйләнеүе һәм уның биләмәһендәге артабанғы ҡанлы ваҡиғалар нефткә бәйле;
* өсөнсөнән, нефть тармағы үҙе­нең тәбиғәте менән интернациональ характерға эйә, ә был иһә бик ҙур компаниялар ойоштороуға алып килә. Был ойошмалар, табыш артынан ҡыуып, суверенлы дәүләттәрҙең сиктәре менән иҫәпләшмәй, сәйәси ығы-зығы уларға йоғонто яһай алмай. Хатта эре нефть компаниялары милли хөкүмәттәр менән тиң һөйләшеү­ҙәр ҙә алып барғылай.


Вернуться назад