Ҡыҫҡаса15.08.2017
Күптән түгел Грузияның элекке президенты һәм Одесса өлкәһенең экс-губернаторы Михаил Саакашвилиҙы Украина гражданлығынан мәхрүм итеүҙәре тураһында барлыҡ матбуғат сараларының да тиерлек яҙып сыҡҡанын хәтерләйһегеҙҙер. “Мишик” үҙе хәҙер ни эшләргә йыйына?

Быға саҡлы ул Грузия гражданлығынан да ҡолаҡ ҡаҡҡайны. Тимәк, әле АҠШ-та йәшәгән олигарх бер илдең гражданлығына ла эйә түгел. “Петр Порошенко Грузияға визиты мәлендә миллиардер Иванишвили менән осрашҡан һәм грузин прокуратураһы менән, миңә ҡарата ялған ғәйепләүҙәр табып, Киевҡа тапшырасағы хаҡында килешкән”, – ти ул. Саакашвили уның командаһының Украина баш ҡалаһында власҡа ҡаршы ҡайһы бер әҙерлек саралары башлауы тураһында белдергән. “Порошенко минән ҡотолманы әле, киреһенсә, уның был аҙымы украин оппозицияһын көсәйтте генә, яңы тарихта власть ҡыйырһытҡан оппоненттың ҡайтып власты түңкәреүе буйынса миҫалдар күп”, – тип ҡурҡыта икән хәҙер элекке украин гражданы.

* * *

Израиль хәҙер Еңеү көнөн рәсми рәүештә 9 Майҙа билдәләйәсәк. “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, был турала ил парламенты бер тауыштан ҡарар ҡабул иткән.

Ошо ҡанун проекты авторҙарының береһе, “Беҙҙең йорт – Израиль” партияһы депутаты Одед Форер белдереүенсә, Еңеү көнө тураһындағы иҫтәлекте киләсәк быуындар өсөн һаҡлап ҡалыу һәм мәңгеләштереү – парламентарийҙарҙың гражданлыҡ бурысы. Ул Икенсе бөтә донъя һуғышында 1,5 миллион йәһүдтең ҡатнашыуын иҫкә төшөргән. Шуныһы ла бар: Көнбайыш илдәрендә нацистик Германияны тар-мар итеү көнөн 8 майҙа билдәләүҙе өҫтөнөрәк күрәләр.

* * *

Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы тарафынан АҠШ-тың 700 тирәһе дипломатын беҙҙең илдә эшләүҙән туҡтатырға ҡарар итеү американдарҙа һәм Көнбайыш Европала сәбәләнеү тыуҙырҙы. Бынан тыш 1 августан АҠШ илселегенең Мәскәү янындағы “Көмөш урман” биҫтәһендәге дачаны һәм Юл буйы урамындағы келәттәрҙе файҙаланыуы ла туҡтатылды.


Былар барыһы ла АҠШ-тың Рәсәйгә ҡарата, төрлө уйҙырмаларға нигеҙләнеп, бер туҡтауһыҙ санкциялар индереүенә, шул иҫәптән беҙҙең илдең 35 дипломатын ҡыуып сығарыуына яуап булып тора. Ә сәбәләнеүҙең сәбәбе шунда: был аҙым американдарҙың абруйын ныҡ ҡына төшөрә. Донъялағы алдынғы илдәрҙең (G20) береһенең дә АҠШ-тың даими ҡулланып торған һөмһөҙ акттарына ҡаршы былай яуап биргәне юҡ ине әле. Тағы ла бер сәбәп был дәүләттең илселегендә “төҫлө революциялар” буйынса байтаҡ белгестең ышыҡланыу урыны табыуына ҡайтып ҡала. Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының рәсми вәкиле Мария Захарова: “АҠШ илселеге ҡанаты аҫтында ЦРУ-ның артыҡ күп белгестәре оялаған”, – тип тә белдергәйне.

* * *

Украина йәштәре ил етәкселегенең Рәсәйгә ҡаршы пропагандаһына ышанмай. Был фекерҙе ошо дәүләт абитуриенттары араһынан Рәсәйҙәге юғары уҡыу йорттарына килергә теләүселәрҙең артыуы ла раҫлай.

2017/18 уҡыу йылына “Россотрудничество” украин йәштәре өсөн Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарындағы бюджет урындарына 474 урын бүлгәйне. Ә киләһе уҡыу йылында был күрһәткестең 524 урынға етеүен көтәләр, сөнки беҙҙең илдәге уҡыу йорттарына ошо дәүләттән килеүселәр һаны ҡырҡа артты: былтыр украин йәштәренән 889 ғариза килһә, быйыл йәй уларҙың һаны 1 328-гә етте. “Россотрудничество” белдереүенсә, Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарын тамамлаған украиндарҙың күпселеге беҙҙең илдә эшкә ҡалырға тырыша.

* * *

Германияла сығып килгән “Der Spiegel” журналы хәбәр итеүенсә, немецтарҙың күпселеге АҠШ-тың Рәсәйгә ҡарата санкцияларын хупламай: ошо журнал үткәргән һорау алыуҙа ҡатнашҡандарҙың 83 проценты был санкцияларҙы ғәҙел түгел тип иҫәпләй.


Респонденттарҙың 77 проценты иҫәпләүенсә, был кәртәләр шыйыҡ газ һәм энергетика тармаҡтарында эшләгән америка компанияларын яҡлау өсөн махсус уйлап табылған, бының өсөн төрлө шикле факттар һәм уйҙырмалар ҡулланылған. Һорау алыуҙа ҡатнаш­ҡандарҙың ун проценты ғына, Рәсәй АҠШ-тағы һайлауҙарға ысынлап та ҡыҫылған һәм был санкциялар шуға яуап булып тора, тип уйлай. “АҠШ беҙҙе энергия ресурстары менән тәьмин итеүҙә ышаныслы партнер була аламы?” тигән һорауға немецтарҙың 13 проценты ғына ыңғай яуап биргән. Ә 2013 йылда был күрһәткес 50 процент тәшкил итә ине.


Вернуться назад