Рөстәм Хәмитов: “Башҡорт теле булды, бар һәм буласаҡ”08.08.2017
Рөстәм Хәмитов: “Башҡорт теле булды, бар һәм буласаҡ” Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөнөң Дим районындағы яңы 161-се мәктәп-лицей төҙөлөшө менән танышты. Был эш былтырғы йылдың февраленән бара. Яңы торлаҡ комплекстарына кешеләр күсеүгә бәйле Дим районында мәктәп йәшендәге балалар һаны йыл һайын уртаса 500-гә арта.
Мәктәп төҙөлөшө “Рәсәй субъ­екттарында дөйөм белем биреү ойошмаларында яңы урындар булдырыуға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы федераль субсидия йәлеп итеп тормошҡа ашырыла. Уның хаҡы 780 миллион һум тип баһалана. Белем усағының дөйөм майҙаны — 20 мең квадрат метр. Объектҡа 200-гә яҡын эшсе йәлеп ителгән.
Рөстәм Зәки улы кластарҙың һәм ярҙамсы биналарҙың урынлашыуы менән танышты, башҡа­рылған эштең сифатына баһа бирҙе. Әле дүрт ҡатлы мәктәп бинаһы тулыһынса һалынған, эске биҙәкләү эштәре бара. Йылылыҡ системаһы яйға һалынған, инженерлыҡ селтәрҙә­ренә тест үткәрелә. Бинала лифт ҡуйылған, бассейн, ике ҙур спорт залы һәм 500 урынлыҡ тамаша залы бар. Башланғыс кластар айырым блокта урынлашасаҡ. Мәктәп ихатаһында футбол, волейбол һәм баскетбол майҙансыҡтары булған стадиондар төҙөлә.
Сәфәр барышында республика Башлығы мәктәптең тейешле ҡорамалдар менән тәьмин ителеүе хаҡында ҡыҙыҡһынды, уҡыу башланғанға тиклем төҙөлөш эштәрен генә түгел, йыһаздарҙы, компьютерҙарҙы йыйыуҙы ла ахырына еткерергә кәрәк, тип билдәләне. Мәктәп ашханаһы ла эшләргә тейеш.
Яңы төҙөлгән бассейнға төбәк етәксеһе айырым иғтибар бирҙе. Уның әйтеүенсә, мәктәп етәкселегенең бурыстарының береһе — ҡорамалдың һөҙөм­тәле эшен тәьмин итеү.
— Бассейнды хеҙмәтләндереү ярайһы уҡ ҡиммәткә төшә. Мәктәп был эште үҙаллы ғына башҡара алмай, — тине Рөстәм Хәмитов. Ул Өфө халҡы, спортсылар өсөн бассейндың эшен ойоштороу мөмкинлеген өйрә­нергә кәңәш итте.

* * *
Төҙөлөштө ҡарағандан һуң Башҡортостан Башлығы журналистар менән осрашты һәм һорауҙарға яуап бирҙе.
“Рөстәм Зәки улы, республикала мәғариф өлкәһендә бер сменала уҡытыуға күсеү төп бурыстар иҫәбенә инә. Былтыр беренсе сменала уҡыусылар һаны артып, 88 процент тәшкил иткән. Был йәһәттән федераль һәм төбәк власының уртаҡ тырыш­лығын билдәләргә кәрәк. Мәктәп­тәрҙә ике сменала уҡыуҙы бөтөрөү планы быйыл нисек үтәләсәк?” тигән һорауға Рөстәм Хәмитов: “Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте һәм Президент 2025 йылға илебеҙҙә бөтә мәктәптәрҙе бер сменала уҡытыуға күсереү бурысын ҡуйҙы. Был байтаҡ ресурс — яңы объекттар төҙөүҙе талап итә, әлбиттә. Әйтеүегеҙсә, республикабыҙҙа балаларҙың 88 проценты беренсе сменала уҡый. Иң ҡатмарлы мәсьәләләр ҡалаларҙа, атап әйткәндә, Өфөлә тыуа. Икенсе сменала уҡыу мәсьәләһе балаларҙы ла, ата-әсәләрҙе лә ныҡ борсоған райондарҙың береһе — Дим районы. Балаларҙың 60 процент самаһы — беренсе, 40 проценттан ашыуы икенсе сменала уҡый. Бында мәктәп йәшендәге 7,5 мең бала иҫәпләнә, ә мәктәптәрҙә урындар — ни бары 4,5 мең.
Быйыл 1 сентябргә Дим районында 161-се яңы мәктәп сафҡа индереләсәк. Унда 1225 бала уҡырға барасаҡ. Улар араһында һигеҙ беренсе класс буласаҡ. Был, әлбиттә, Дим районында икенсе смена буйынса көсөр­гәнешлекте ҡырҡа кәметәсәк. Мәғариф ойошмаларын тағы ла төҙөргә кәрәклеген аңлайбыҙ. Был мәсьәләне тулыһынса хәл итеү өсөн Дим районында, бәлки, тағы ла ике мәктәп кәрәктер. 2025 йылға тиклем ошо проблеманы хәл итәсәкбеҙ.
Икенсе сменала уҡыу йәһә­тенән Өфө беренсе урынды би­ләй. Әммә шулай уҡ Стәрле­тамаҡ, Салауат, Октябрьский, Нефтекама, Сибай ҡалалары ла бар. Хәл бер аҙ яҡшыраҡ булыуға ҡарамаҫтан, уларҙа ла мәктәптәр төҙөргә кәрәк.
Бөгөн беҙ алған темп һәм федераль, республика кимәлендә финанслау ошо бурысты тулыһынса үтәү мөмкинлеген бирәсәк, тип ышанам. Тимәк, был йәһәттән шик юҡ. Шул уҡ ваҡытта саманы белеү ҙә шарт, сөнки сабыйҙар һаны кәмеүгә табан бара. Белеүебеҙсә, биш йылдан 60 мең бала беренсе класҡа уҡырға барһа, ете йылдан уларҙың һаны 50 мең, йәғни 10 меңгә кәмерәк буласаҡ. Тағы ла һигеҙ, туғыҙ йылдан 46 мең. Шуға күрә аҡсаны һөҙөмтәле тотоноу зарур”, — тип яуапланы.
Артабанғы һорау былай яңғыраны: “Рөстәм Зәки улы, мәктәптә туған телде уҡытыу темаһы һуңғы ваҡытта бик әүҙем тикшерелә. Әле ошо мәсьәләнең торошо нисек?”
“Ике аҙна элек Йошкар-Олала Рәсәй Федерацияһы Президенты Милләт-ара мөнәсәбәттәр советы ултырышын үткәрҙе. Владимир Владимирович әйтеүенсә, туған телдәр — илебеҙ халҡы­ның хазинаһы, уларҙы ҡәҙерләп һаҡларға кәрәк, Конституцияла, Рәсәй Федерацияһы закондары ла бер ниндәй сикләүһеҙ туған телдәрҙе тулы күләмдә өйрәнеү хоҡуғын бирә. Бер үк ваҡытта Президент, республикала төп халыҡтың телен туған теле булмаған уҡыусыларҙы инаныу­ҙарына, теләгенә ҡаршы мәжбүр итеп уҡытырға ярамай, тип белдерҙе.

Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы республикала туған телдәрҙе өйрәнеүгә бәйле хәлде тағы ла бер тапҡыр анализланы һәм һигеҙенсе, туғыҙынсы кластарҙың төп белем биреү пландарына башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүҙең мотлаҡ булыуына ҡағылышлы үҙгәреш индерергә кәрәк, тигән фекергә килде. Әле федераль дәүләт мәғариф стандарттары һәм туған телдәрҙе өйрәнеүгә ҡараштар йәһәтенән Башҡортостан һәм Рәсәй ҡануниәтен яраштырыу процесы бара. Был үҙгәрештәр ошоға ла бәйле.
Мәғариф министрлығы тейешле бойороҡ сығарасаҡ. Шуны әйтергә теләйем: башҡорт, татар, сыуаш һәм башҡа туған телдәрҙе өйрәнеү йәһәтенән хәл үҙгәрешһеҙ ҡаласаҡ. Сәғәттәр һанын кәметерҙәр тип хәүефләнергә ярамай. Башҡортостан Республикаһында башҡорт телен һаҡлап ҡалыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк, әлбиттә. Беҙ быны аңларға тейешбеҙ. Тел — хәүеф зонаһында. Башҡортса һөйләшкәндәр — бер миллиондан ашыу кеше. Был йәһәттән республика власы, республика Хөкүмәте башҡорт теленә ярҙам итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тейеш. Был эште түбәндәгесә күрәбеҙ. Туған телде тәрән өйрәнергә теләгәндәр өсөн мәктәптәрҙә өҫтәмә дәрестәр үткәреүгә булышлыҡ итергә кәрәк. Был дәрестәрҙе факультатив рәүешендә үткәрергә мөмкин һәм кәрәк. Уҡытыуҙың ошондай алымына ихтыяж булыр, тип ышанам.
Артабан — башҡорт телен электрон уҡытыу варианттарын ғәмәлгә индереү шарт. Бөгөн М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт телен электрон уҡытыу программаһын төҙөй. Тиҙҙән уны һәр кем файҙалана алыр, уҡытыуҙы республиканан, хатта илебеҙҙән ситтә лә ойоштороу мөмкинлеге тыуыр, тип уйлайым.
Бынан тыш, телде өйрәнергә теләгәндәр өсөн мәктәптәрҙә башҡорт телен кисен уҡытыу алымдарын тикшерергә кәрәк. Бындай форма һәр кем өсөн асыҡ булырға тейеш. Өлкәндәр университетынан ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр бар. Ветерандар туған телен камиллаштырырға теләй һәм ошондай әҙерлекте ойоштороуҙы үтенә. Ҡыҫҡаһы, беҙгә туған телен өйрәнергә теләгән кешеләр өсөн башҡорт, татар, сыуаш, мари һәм башҡа телдәрҙе өйрәнеү мөмкинлеген киңәйтергә кәрәк.
Бөгөн барлыҡ уҡыу йорттарында туған телдәрҙе өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырылған. Телде өйрәнеү йәһәтенән бер ниндәй ҙә сикләү, тыйыу юҡ. Шул уҡ ваҡытта туған телде өйрәнеүҙе иң элек ата-әсә һайлауын аңлау зарур. Был осраҡта минең шәхси фекерем — республикабыҙҙа башҡорт теле дәүләт теле булараҡ өйрәнелһен, ата-әсәләр башҡорт телен дәүләт теле булараҡ һайлаһын һәм балалары башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнһен тигән ҡараш менән ризалашһын. Ата-әсәләр берләшмәһе быны аңлап ҡабул итер, тип ышанам.
Телдәр темаһын сәйәсиләштерергә, туған телдәр тирәләй бәхәс тыуҙырырға кәрәкмәй. Ҡапма-ҡаршы фекерҙәргә юл ҡуйырға ярамай, сөнки был — бик нескә тема. Халыҡтарҙың телен, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнергә мәжбүр итеп булмай. Шуға күрә саманан тыш сәйәсиләштереү йәмғиәттә тарҡаулыҡҡа ғына килтерәсәк. Граждандарыбыҙҙың бер өлөшөн ошондай ғәмәлдәрҙән һаҡ булырға саҡырам. Был һәр йәһәттән хәүефле. Мәсьәләләрҙең барыһын уйлап, тыныс ҡабул итеү шарт. Беҙҙәге мәктәптәрҙә туған телдәрҙе өйрәнеү мөмкинлеге бик ҙур, тип тағы ла бер ҡат ҡабатлайым. Берәү ҙә, бер бала ла ошо мөмкинлектән мәхрүм ителә алмай. Бала хоҡуҡтары Конституция менән яҡлана. Мәктәп директорҙарына мөрәжәғәт итеп, бөгөн ошо тема менән уйнауға юл ҡуйырға ярамай, тип әйтергә теләйем. Был — бер. Икенсенән — уҡытыусылар берләшмәһен, айырыуса башҡорт теле уҡытыусыларын борсоуҙың кәрәге юҡ. Башҡорт теле уҡытыусыларын эштән бушатырға ярамай, коллективтарҙы һаҡлап ҡалыу зарур, сөнки сәғәттәр һаны кәмемәй.
Һигеҙенсе-туғыҙынсы кластарға килгәндә, уларҙа факультативтар индереләсәк. Был да уҡытыусыларға өҫтәмә эш буласаҡ. Туған телде өйрәнергә теләмәгән төркөмдәрҙе ресурстар һәм уҡытыусылар менән тәьмин итеү өсөн ҙур булмаған финанслау талап ителһә, был мәсьәләне лә хәл итәсәкбеҙ. Аҡса бар, бер ниндәй ҙә проблема булмаясаҡ.
Тиҫтә йылдан ашыу инде республика ҡануниәтен федераль закондар менән яраштырыу процесы бара. Федераль һәм республика мәғариф стандарттарының нисек төҙөлөргә тейешлеген аңлайбыҙ. Хәҙер иң мөһиме — аҡыллы ҡарарға килеү.
Башҡорт теле булды, бар һәм буласаҡ. Башҡорт телен өйрәндек, өйрәнәбеҙ һәм өйрәнәсәкбеҙ. Уны өйрәнеү күләме күп йәһәттән ата-әсәнең ҡарарына бәйле. Шул уҡ ваҡытта республикабыҙҙа башҡорт телен һаҡларға һәм уға бөтә яҡлап булышлыҡ итергә тейешлегебеҙҙе аңлайбыҙ”, — тине республика Башлығы.

Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ ШАФИҠОВА:
— Дөйөм белем биреүҙең федераль дәүләт мәғариф стандарты ғәмәлгә индерелеү менән туған телдәрҙе өйрәнеү белем биреү мөнәсәбәттәрендә ҡатнашыусылар тарафынан төҙөлгән программаның бер өлөшөн тәшкил итә. Әгәр мәктәп туған телде өйрәнеү ҡаралған уҡыу планын тәҡдим итһә, унда һәр ата-әсәнән үҙ балаһы өсөн ниндәй телде туған тел сифатында һайлауы күрһәтелгән ғариза алырға тейештәр.
Был эш дүртенсе йыл дауам итә. Киләсәктә нимәнелер ҡыҫҡартасаҡтар тигән ҡурҡыу юҡ. Беҙҙә балалар етенсе класта уҡ яңы стандарттар буйынса уҡый. Ата-әсәләр туған тел рәүешендә ниндәй телде һайлауҙарын күрһәтеп ғариза яҙа, һәм уның нигеҙендә класс теге йәки был телде (башҡорт, татар, мари һәм тағы ла 11 телде) өйрәнә.


Вернуться назад