Ҡылығына күрә язаһы02.08.2017
Дәүләт Думаһына “Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 205.1-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы закон проекты тәҡдим ителде. Ул террорсыларҙы яллаған өсөн язаны көсәйтеүҙе күҙ уңында тота. Үҙгәрештең инициаторҙары – бер төркөм депутаттар, шул иҫәптән Дәүләт Думаһының именлек һәм коррупцияға ҡаршы эш итеү комитеты рәйесе Василий Пискарев.

Закон проекты менән “Террорсылыҡ эшмәкәрлегенә булышлыҡ итеү” тигән 205.1-се статьяның дүртенсе өлөшөн кешене теракт кеүек енәйәт ҡылыуға әҙерләү, йәлеп итеү, яллау, террорсылыҡ эшмәкәрлеге маҡсатында уҡытыу, террорсылар берләшмәһен ойоштороу һәм унда ҡатнашыу, кешене аманат итеп алыу, теракт ҡылыу маҡсатында һауа судноһын ҡыуып алып китеү кеүек яңы енәйәт төрө менән тулыландырырға тәҡдим ителә. Әлеге статья ғүмерлеккә иректән мәхрүм итеү рәүешендә яза биреүҙе күҙаллай.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер енәйәти ойошмалар өсөн бөгөн террорсылыҡ табышлы бизнесҡа әүерелде. Уның сафына кешене күберәк йәлеп иткән һайын, аҡсалары ла арта бара. Бындай эшмәкәрлекте тамырынан юҡ итергә кәрәк. Террорсы-башҡарыусыға кеүек үк, яллаусыға ла талап ныҡ булырға тейеш, – тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Мин Рәсәй Закон сығарыусылар советында милли именлекте закондар менән тәьмин итеү мәсьәләләре һәм коррупцияға ҡаршы эш итеү комиссияһына етәкселек итәм. Күптән түгел генә коллегаларым менән ил төбәктәрендәге террорсылыҡҡа ҡаршы хәлде тикшерҙек. Ул ябай түгел. Террорсылар яңы алымдар, саралар ҡуллана. Дәүләт һәм муниципаль власть органдары, көс структуралары вәкилдәрен ялларға, экстремистарҙың йәмәғәт ойошмаларына үтеп инергә маташыу осраҡтары бар. Алынған мәғлүмәттәр нигеҙендә Рәсәй Закон сығарыусылар советы президиумы ултырышында ҡануниәткә ошо афәткә һөҙөмтәле кәртә ҡуйырлыҡ яңылыҡтар индерергә тәҡдим иттек.


Вернуться назад