Хәл үҙгәрешһеҙ ҡала11.04.2012
Үткән аҙнаның мөһим сәйәси ваҡиғалары булып Иран, Сүриә тирәләй хәл-ваҡиғаларҙың һаман да киҫкен ҡалыуы, АҠШ-тың ошо илдәргә ҡарата үҙ позицияһын белдереүе, Рәсәйҙең БДБ илдәрен үҙ “ҡанаты” аҫтында тоторға тырышыуы, илебеҙҙә сәйәси реформа башланыуы торҙо.

Һуғышҡа аҡса йәлләмәйҙәр

Сүриәгә Ғәрәп илдәре лигаһы һәм БМО-ның махсус вәкиле Кофи Аннан барып ҡайтҡандан һуң ил президенты Бәшәр Әсәд һәм оппозиция араһындағы конфликт яйланырға, һуғыш уты туҡталырға тейеш ине. Әммә һаман да тыныслыҡ урынлашмаған әле. Килешеүгә ярашлы, 10 апрелдән һуң ике яҡ та һуғышты туҡтатырға тейеш. Үткән аҙнала Истанбулда Сүриә конфликтын көйләү буйынса “Сүриә дуҫтары төркөмө” конференцияһы булып үтте. Рәсәй менән Ҡытай был конференцияла ҡатнашыуҙан баш тартты. Унда АҠШ-тың дәүләт секретары Хиллари Клинтон Сүриә оппозицияһына ярҙам йөҙөнән 12,2 миллион доллар аҡса бүләсәктәре хаҡында белдерҙе. АҠШ быға тиклем дә Сүриә оппозицияһына ошо уҡ күләмдә аҡсалата ярҙам күрһәткәйне. Әлбиттә, ошондай бағыусылар булғанда ниңә Бәшәр Әсәд режимына ҡаршы һуғышмаҫҡа, ти? Дөрөҫ, Хиллари ханым был аҡсаның бер өлөшө Бәшәр Әсәд режимына ҡаршы көрәшеүселәрҙең элемтә системаһын яҡшыртыу, ҡалғаны халыҡҡа гуманитар ярҙам йөҙөнән бирелә, тип бара. Әммә уға ҡорал һатып алынмаҫ тип берәү ҙә гарантия бирә алмай. Шуға ла һуғышты финанслаусылар булғанда, ул тиҙ генә туҡталмаясаҡ, тип фаразларға мөмкин. Унан килеп Бәшәр Әсәд властан китергә ашыҡмай. Ошондай шарттарҙа һуғышты туҡтатырға маташыу үҙе бер сәйәси уйын кеүек күренә.

Ирандың дошмандары арта

Иран тирәләй хәл-ваҡиғалар күпкә етдиерәк төҫ алғанға оҡшай. Бында ла АҠШ йоғонтоһо барлығы күренә. Ул Фарсы ҡултығында урынлашҡан алты ил — Бахрейн, Кувейт, Йәмән, Катар, Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре — менән бергә ошо биләмәлә ПРО системаһын урынлаштырыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. Был системаның ҡайһы тарафҡа тоҫҡалғаны ла билдәле — Иран. Быға тиклем АҠШ-тың зенит-ракета комплекстары Сәғүд Ғәрәбстаны менән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә бар ине барлыҡҡа. Хәҙер килеп АҠШ-тың ете ил менән берлектәге ПРО системаһы эшләй башлаясаҡ. АҠШ-тың һәм ЕС илдәренең Иранға ҡарата санкция ҡулланыуы, Иран нефтенән баш тартыуы Фарсы ҡултығында урынлашҡан “Ҡара алтын” батшалығы илдәренә тик файҙаға ғына. Нефтте күберәк һатып, улар кеҫәләрен тағы ла ҡалынайтасаҡ. Иранға тағы ла бер мосолман иле — Азербайжан тарафынан хәүеф янауы билдәле булды. Әлбиттә, рәсми Баҡы Иранға һуғыш менән янамай. Бары тик Израилдең Азербайжан биләмәһендә, тап Иран менән сиктәш райондарҙа, элекке СССР-ҙың аэродромдарын, хәрби келәттәрен һатып алыуы билдәле булды. Әгәр ҙә Израиль Иранға һуғыш аса ҡалһа, Азербайжан биләмәһендәге аэродромдарҙан бомбаға тотоусы пилотһыҙ самолеттар осорасаҡ. Азербайжандың да Иранға ҡарата үҙ иҫәп-хисабы бар. Рәсми Баҡы күптән инде Иранда йәшәүсе милләттәштәренең хоҡуҡтарының тупаҫ боҙолоуына, уларҙың мәнфәғәте ҡайғыртылмауына дәғүә белдерә килде. Был мәсьәләне халыҡ-ара кимәлгә сығарырға ла ынтылдылар. Әле килеп Израилдең авиабаза һатып алып, хәрби ҡоралды Иран тарафтарына тоҫҡауы Азербайжан етәкселегенең күңеленә һары май булып яғылғандыр тип уйларға ҡала.

Ҡарабах конфликты көйләнерме?

Азербайжан мәсьәләһендә Рәсәйҙең үҙ позицияһы бар. Үткән аҙнала сит ил эштәре министры Сергей Лавров Баҡыла булып, Азербайжан президенты Илһам Алиев һәм үҙенең коллегаһы — Эльмар Мәмәдйәров менән осрашты. Һөйләшеүҙең төп темаһы Таулы Ҡарабах конфликтын яйға һалыу ине. Билдәле булыуынса, Ҡарабах конфликты 1988 йылда башланып киткәйне. Күпселек халҡын әрмәндәр тәшкил иткән Таулы Карабах автономиялы республикаһы Азербайжандан айырылып сығыуы хаҡында белдергәйне. Баҡы быға ҡаршы төштө, һәм ике арала һуғыш башланды. Ҡарабахта йәшәгән әрмәндәр мәнфәғәтен яҡлап Әрмәнстан да конфликтҡа ҡушылды. Ошо ваҡиғаларға сирек быуат самаһы ваҡыт үтһә лә, низағ әлегәсә хәл ителмәгән. Шуға ла Рәсәй Әрмәнстан менән Азербайжан араһындағы көсөргәнешлекте яйға һалыуҙа аралашсы ролен үтәргә әҙерләнә. Бында ике яҡтың да үҙ позицияһы бар. Азербайжан үҙ биләмәһенең бөтөнлөгө тейелгеһеҙ, Ҡарабах уның составында ҡалырға тейеш тип бара. Әрмәнстан, әрмән халҡы мәнфәғәтен яҡлап, Таулы Ҡарабахҡа үҙаллылыҡ биреү яҡлы. Ошо төбәккә эш сәфәре барышында Сергей Лавров Әрмәнстанда ла булып, президент Серж Саргсян менән осрашып, әлеге мәсьәлә буйынса фекер алышты.
Үткән аҙнала тағы ла бер элекке союздаш республика — Ҡырғыҙстан менән дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырылыуҙың 20 йыллығы сиктәрендә Алмазбәк Атамбаев Сергей Лавров менән осрашты. Унда ике ил араһындағы хеҙмәттәшлектең төп йүнәлештәрен билдәләү, Урта Азия төбәгендә тотороҡлолоҡ һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләре тикшерелде.

БДБ тыныслыҡ яҡлы

Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала БДБ илдәренең сит ил министрҙары Коллектив хәүефһеҙлек килешеүе ойошмаһы (ОДКБ) ултырышына йыйылды. Һөйләшеүҙең төп темаһы булып Яҡын Көнсығыш, Афғанстан һәм Төньяҡ Африкалағы хәл-ваҡиғалар торҙо. Ултырышта ҡатнашыусылар донъяла тыныслыҡ урынлаштырыу йәһәтенән БМО-ға мөрәжәғәт итеп, үҙ-ара аңлашыусанлыҡ буйынса меморандумға ҡул ҡуйыу тәҡдиме менән сыҡты. БДБ илдәрендә 2013 йылды Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм экологик культура йылы тип иғлан итеү тәҡдиме лә булды. Шулай итеп, үткән аҙнаны Рәсәй БДБ илдәре менән хеҙмәттәшлекте нығытыуға арнаны тип әйтергә булалыр.

Грузинға урыҫ теле кәрәкмәй

Ә бына элекке союздаш республика — Грузия менән тағы ла тәмһеҙләшеп ҡуйылды. Был юлы конфликт Көньяҡ Осетия менән Абхазияға ла ҡағылманы, ә Грузияла урыҫ телен уҡытыу мәсьәләһенә бәйле аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуҙы. Әйткәндәй, Көньяҡ Осетияла президент һайлауҙары булып, унда элекке КГБ генералы ил етәксеһе итеп һайланды. Грузия был һайлауҙарҙы танымауын белдерҙе. 1 сентябрҙән башлап Грузияла урыҫ телле мәктәптәрҙең ябылыуы ихтимал. Әлеге мәлдә Грузияла 3-4 урыҫ мәктәбе иҫәпләнә. Бынан дүрт йыл элек кенә уларҙың һаны ҡырҡлап ине. Грузия етәкселегенең төп позицияһы шундайыраҡ: Мәскәүҙә лә грузин телле мәктәптәр асһындар, шул саҡта ғына Грузияла урыҫ телле мәктәптәрҙе һаҡлап алып ҡаласаҡбыҙ. Рәсми Мәскәү Грузияла йәшәүсе урыҫтарҙың мәнфәғәтен яҡлап, Европа ойошмаларына мөрәжәғәт менән сығырға ниәтләй.

Сәйәси реформа

Рәсәйҙә сәйәси реформа башланып тора. Ул партияларҙың эшмәкәрлегенә, уларҙы теркәү тәртибенә бәйле. 3 апрелдә Дмитрий Медведев теркәлмәгән партия вәкилдәре менән осрашты. Осрашыу һөҙөмтәһе булараҡ, ул сәйәси партияларҙы теркәүҙе ябайлаштырыу хаҡындағы законға ҡул ҡуйҙы. Элек теге йәки был партияны рәсми теркәү өсөн партия яҡлыларҙың 40 мең булыуы мотлаҡ ине. Яңы закон буйынса айырым партия ойоштороу өсөн 500 кеше лә етәсәк. Был инде үткән быуаттың 90-сы йылдарына яңынан әйләнеп ҡайтыу кеүек тойола. Яңы закон сығып та өлгөрмәне, 119 партия теркәлер өсөн заявка ла биргән. Шул уҡ ваҡытта “Берҙәм Рәсәй” партияһының позицияһын нығытыу буйынса ла эш алып барыла. Киләсәктә “Берҙәм Рәсәй” власть эргәһендәге партиянан законлы рәүештә власть партияһына әүерелер тип көтөлә. Инаугурациянан һуң (7 май) илдең төп партияһын кем ҡулына тапшырыу ҙа әлегә хәл ителмәгән. “Берҙәм Рәсәй”ҙе Дмитрий Медведев ҡулына тапшырырҙармы, башҡа кешене ҡуйырҙармы, әлегә билдәһеҙ. Төбәк башлыҡтарын һайлап ҡуйыу мәсьәләһендә лә үҙгәрештәр көтөлә.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Вернуться назад