Изгелек һәм тыныслыҡ идеяларына таянып20.07.2017
Изгелек һәм тыныслыҡ идеяларына таянып Башҡортостан делегацияһының Ҡырғыҙстанға эш сәфәре барышында республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитов “Алтай цивилизацияһы һәм Алтай телдәре ғаиләһенең туғандаш халыҡтары” Халыҡ-ара форумын асыу тантанаһында сығыш яһаны. Ҡырғыҙстан Президенты Алмазбек Атамбаевтың башланғысы менән ойошторолған форум эшендә Рәсәйҙән, Ҡырғыҙстандан һәм башҡа илдәрҙән ғалим-алтайсылар, тарихсылар, археологтар, этнографтар, антропологтар, лингвистар, фольклор, сәнғәт һәм мәҙәни мираҫ тикшереүселәр ҡатнашты. Фекер алышыуҙың төп темаһы – Евразияла йәшәгән халыҡтарҙың гуманитар бәйләнештәрен нығытыуға йүнәлтелгән һуңғы ғилми тикшеренеүҙәрҙең, мәҙәни һәм белем биреү проекттарының һөҙөмтәләре.
Ҡырғыҙстан Президенты үҙенең сәләмләү телмәрендә форумдың әһәмиәтен билдәләне һәм унда ҡатнашыусыларға уңышлы эш теләне.
– Алтай – кешелек цивилизацияһы бишектәренең береһе, фин-уғыр, төрки-монгол, маньчжур-тунгус, корей, япон һәм башҡа халыҡтарҙың боронғо төйәге. Археологик ҡаҙылмалар, этнография экспедициялары, фольклор һәм яҙма сығанаҡтар ошо халыҡтарҙың уртаҡ тамырҙары хаҡында һөйләй, – тине ул. Рәсәй һәм ҡытай халыҡтары менән бергә улар ғәйәт ҙур географик һәм тарихи-мәҙәни төбәкте, хатта “континентты” тәшкил итә. Беҙгә тыныслыҡ һәм изгелек, төрлө халыҡтарҙы берләштергән идеяларға таянырға кәрәк.


Вернуться назад