Күптән көткән осрашыу11.07.2017
Күптән көткән осрашыуГерманияның Гамбург ҡалаһында үткән G20 саммитында Владимир Путин менән Дональд Трамп осрашты. Донъялағы ике ҡеүәтле ил етәксеһенең күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеүен, Трамп АҠШ президенты вазифаһына һайланғандан алып, йәмәғәтселек түҙемһеҙлек менән көттө. Был аңлашыла – ике дәүләттең ниндәй сәйәси йүнәлеш алыуына, уларҙың бер-береһенә ҡарата мөнәсәбәтенә донъя илдәренең дә яҙмышы бәйләнгән. Шуға күрә Путин менән Трамптың һөйләшеүе һуңғы ярты йыл эсендә иң көтөп алынған ваҡиғаға әйләнде.


Күптәнге дуҫтар кеүек бер-бере­һенең ҡулын ҡыҫып фотоға төш­кәндән һуң, ике президент та осрашыуҙың һөҙөмтәле булырына ышаныс белдерҙе.
– Һеҙҙең менән күрешеүемә бик шатмын, Президент әфәнде, – тине Дональд Трамп, һүҙ алып. – Беҙ ҡайһы бер мәсьәләләрҙе ҡарағай­ныҡ та инде. Мин был мөмкинлекте түҙемһеҙлек менән көттөм, беҙҙең илдәребеҙ һәм уларға мөнәсәбәте булған барыһы өсөн дә күп нәмә ыңғай буласаҡ.
Владимир Путин һүҙ алып:
– Халыҡ-ара мөһим мәсьәләләр­ҙе хәл итергә теләйбеҙ икән, әлбиттә, телефон аша ғына аралашыу етмәй, шәхсән осрашыуҙар мотлаҡ, – тине. – Мин һеҙҙең менән танышыуыма бик шатмын, һәм, һеҙ әйткәнсә, беҙҙең осрашыу ыңғай һөҙөмтә бирер тип ышанам.
Президенттарҙың бер-береһен сәләмләүе тамамланыу менән, журналистар һорау яуҙырырға тотондо, ләкин ике ил етәксеһе үҙ-ара һөйләшеү менән мәшғүл ине. Бер аҙҙан улар матбуғат саралары өсөн ябыҡ булған осрашыу бүлмәһенә йүнәлде.
АҠШ президенты һөйләшеүҙә журналистарҙың булмауына, бәлки, ҡыуанғандыр, сөнки күптән түгел ул факттарҙы боҙоп күрһәткән “ялған мәғлүмәт саралары”на ҡар­шы сығыш яһағайны: “Мин иле­беҙ­ҙең йөҙөн юғары кимәлдә күрһә­тәсәкмен һәм уның мәнфәғәттәре өсөн көрәшәсәкмен, – тип яҙҙы Трамп үҙенең микроблогында. – Ялған мәғлүмәт саралары быны дөрөҫ яҡтыртмаясаҡ. Беҙ Американы ҡайтанан бөйөк итәсәкбеҙ!”
Ике дәүләт етәксеһе һөйлә­шеүҙәр алып барған мәлдә Германия канцлеры Ангела Меркель:
– Путин менән Трамптың саммит сиктәрендә осрашыуын хуплайым, – тип үҙ ҡарашын белдерҙе.
Ике сәғәттән ашып киткән осрашыуҙан һуң Владимир Путин һөйләшеүҙең һөҙөмтәһе тураһында ҡыҫҡаса белдереү яһаны:
– Америка Ҡушма Штаттары президенты менән әңгәмәбеҙ байтаҡҡа һуҙылды. Күп һорауҙар туплан­ған: Украинала, Сүриәлә барған ваҡи­ғалар хаҡында, ҡайһы бер ике яҡлы һорауҙар борсой. Тағы ла тер­рор­ға ҡаршы көрәш, хәүефһеҙлек мәсьә­ләләрен ҡараныҡ, – тине ул.
Президенттар, Украиналағы хәл­дәрҙе көйләү маҡсатында, Рәсәй һәм АҠШ вәкилдәре араһында бәйләнеш булдырыу хаҡында ла һөйләште.
Сүриәгә килгәндә, республи­ка­ның көньяҡ-көнбайышында деэскалация зонаһы булдырыу һәм илдең көньяҡ өлөшөндә 9 июлдән башлап тыныслыҡ урынлаштырыу мәсьәлә­һе ҡаралды.
Ике президенттың һәр аҙымын йөҙҙәрсә камера­лар күҙ уңынан ысҡындырманы – Путин менән Трамп­тың тәүге тапҡыр осрашыуына ҡыҙыҡһыныу шул тиклем ҙур булды. Осрашыу башланырға бер нисә сәғәт алдан уҡ формаль бул­маған аралашыуҙа ике ил башлы­ғының ҡул ҡыҫышҡанын да “тотто” камера.
“Эйе, улар бер-береһенең ҡулын ҡыҫып, тиҙҙән күҙгә-күҙ ҡарап һөйлә­шәсәктәре тураһында әйтте”, – тип аңлатты Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков.
Был осрашыуҙың мөһимлеге хаҡында төрлө илдәрҙең билдәле сәйәсмәндәре, шул иҫәптән СССР-ҙың элекке президенты Михаил Горбачев та үҙ фекерен белдерҙе. Уның әйтеүенсә, Владимир Путин менән Дональд Трамптың осрашыуы күп нәмә тураһында һөйләй.
– Трамп буш кеше түгел, – ти Ми­хаил Сергеевич. – Хәҙер иң мөһиме – килешеүҙәрҙе бойомға ашырыу буйынса аныҡ аҙымдар яһау талап ителә. Бәйләнеште артабан да өҙмәҫкә кәрәк.
Ике дәүләт президентының осрашыуынан нимә көтөргә һуң? Күптәрҙең фекеренсә, бер тапҡыр ғына күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеү ҙур үҙгәрештәргә килтермәйәсәк. Шулай ҙа, донъялағы иң көслө ил етәксе­ләренең бер-береһенең ҡулын ҡыҫыуы – һуңғы ваҡытта һыуынған араларҙы йылытыуға табан ҙур бер аҙым.
Трамп был осрашыуҙы, иҫ киткес, тип баһаланы. Рәсәй Президенты иһә Трамп менән шәхси мөнәсә­бәттәрҙең барлыҡҡа килеүен әйтте:
– Телевизорҙағы Трамп менән реаль шәхес араһындағы айырма бик ҙур, – тине Путин. – Ул әңгәмә­сене тыңлай белә, тиҙ анализ яһай, әңгә­мә барышында килеп тыуған һорау­ҙарға аныҡ яуап бирә. Миңә ҡалһа, артабан да мөнәсәбәттәрҙе осра­шыу­ҙағы кеүек ҡора алһаҡ, үҙ-ара хеҙмәттәшлек кимәлен өлөш­ләтә булһа ла тергеҙә алыр инек.
Германияла барған G20 саммиты тамамланды. Путин менән Трамп­тың бөтә донъя иғтибарын йәлеп иткән осрашыуы тыныс киләсәккә табан яһалған юлдың башы булыр тигән өмөт уята.


Вернуться назад