Төп күрһәткестәр тотороҡло07.07.2017
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, республика төп макроиҡтисади күрһәткестәр буйынса ярайһы уҡ тотороҡло үҫә, тип билдәләне.
Төбәктә иҡтисадтың үҫешен һәм социаль тотороҡлолоҡто тәьмин итеү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында Премьер-министр: “Сәнәғәт етештереүе индексы күҙалланғандан юғарыраҡ булған һәм ғинуар-май айҙарында 103,4 процент тәшкил иткән”, — тип белдерҙе. Тулайым ауыл хужалығы продукцияһын етештереү — 102,9, ваҡ сауҙа әйләнеше иһә 104 процентҡа еткән. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,11 процентҡа тиклем түбәнәйгән.