Башҡортостан Йәмәғәтселек палатаһының тәүге ултырышы булып үтте. Саранан һуң палата ағзалары республикабыҙ Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашты.– Был абруйлы ойошмаға һайланыуығыҙ менән барығыҙҙы ла ихлас ҡотлайым! Йәмғиәтебеҙҙә хәл ителмәгән мәсьәләләр ифрат күбәйҙе, беҙ улар менән шөғөлләнеү түгел, ҡайһы ваҡыт асылына төшөнөргә лә өлгөрмәйбеҙ, – тине Рөстәм Зәки улы. – Хәҙерге шарттарҙа власть үҙе генә барыһын да эшләп өлгөрә алмай, йәмәғәтселектең ярҙамы кәрәк.
Палата ултырышының көн тәртибенә бер нисә һорау индерелгәйне: рәйесте һәм уның урынбаҫарҙарын һайлау, комитеттар һанын, уларҙың эш йүнәлештәрен билдәләү.
Ултырышта әйтеп үтелгәнсә, күптән түгел ҡабул ителгән “Рәсәй Федерацияһы субъекттарында йәмәғәтселек палаталары ойоштороуҙың һәм уларҙың эшмәкәрлегенең дөйөм принциптары тураһында”ғы Федераль законға ярашлы, Башҡортостандағы палатаның эше лә яңы нигеҙҙә барасаҡ. Уның ағзаларына кандидаттарҙы дөйөм Рәсәй һәм тәбәк-ара коммерцияға ҡарамаған ойошмалар тәҡдим итте.
Утыҙ урынға барлығы 137 ғариза бирелгәйне. Палатаның яртыһынан ашыуы яңырҙы. Айырыуса урындағы ойошмаларҙың вәкиллеге артты. Бишенсе составта социаль эшҡыуарлыҡ һәм янғын хәүефһеҙлегенән алып мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә саҡлы барлыҡ тармаҡтар ҙа бар. Шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары, инвалидтар йәмғиәте, пенсионерҙар союзы, профсоюз ойошмалары һәм башҡалар ҙа онотолмаған.
Йәмәғәтселек палатаһы ағзаларының вәкәләте ике йылдан өс йылға саҡлы оҙайтылды. Комиссиялары хәҙер бишәү (элек туғыҙ ине). Рәйес итеп икенсе тапҡыр һайланған Ольга Панчихина яңы составтың эшмәкәрлеге ниндәй йүнәлештәрҙә барасағы һәм нимәләргә өҫтөнлөк биреләсәге хаҡында һөйләне.