Уңыш йоғонтоло сараларҙан тора07.07.2017
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев видеоконференция режимында “Контроль һәм күҙәтеү эшмәкәрлеге реформаһы” өҫтөнлөклө программаһын тормошҡа ашырыуға арналған селектор кәңәшмәһе үткәрҙе. Унда республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Премьер-министр ошо теманың әһәмиәте хаҡында әйтте һәм, реформаның уңышы күп йәһәттән уның төбәктәрҙә үтәлешенә бәйле, тип билдәләне. Уның әйтеүенсә, киләһе йылдан башлап планға ярашлы бөтә тикшереүҙәр тик хәүеф категорияһына ҡарап үткәрелергә тейеш. Күҙәтелергә тейешле объекттарҙы ла ошо нигеҙҙә бүлеү шарт.
Контроль һәм күҙәтеү органдарының эшен баһалау принциптарын үҙгәртеү реформаның тағы ла бер мөһим үҙенсәлеге буласаҡ. Программаға ярашлы, телеметрия, датчиктар, фото һәм видеотеркәү ярҙамында ситтән контроллек итеү алымдарын ғәмәлгә индереү, дәүләт идараһын һанлы технологияларға күсереү күҙаллана. Был урынға барып тикшереүҙәр ойоштороуға ҡарағанда йылдамыраҡ та буласаҡ, арзанға ла төшәсәк.