Ирекмәндәр дәүләт иғтибарында07.07.2017
Беҙҙең республикала ирекмәндәр хәрәкәте ниндәй кимәлдә ойошторолған, был – мөһим һорауҙарҙың береһе. Хөкүмәт йортонда шәфҡәтлелек эшмәкәрлеге мәсьәлә­ләренә ҡағылышлы республика советы ултырышы үтте. Ирекмәндәр ойошмаларының, социаль үҙәк­тәрҙең етәкселәрен йыйған осрашыуҙы республика Хөкү­мәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов алып барҙы.

Ултырышта Башҡортостанда ирекмәндәр хәрәкәтенең үҫеше, системалы эшмәкәрлеге, уларҙы көйләү өсөн шарттар булдырыу кеүек һорауҙар ҡаралды, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү һөҙөмтәләре яҡтыртылды.
2015 йыл менән сағыштырғанда, ирекмән ойошмалары быйыл ике тапҡырға күберәк. Хәрәкәт эшмәкәрлеге урындағы муниципалитеттар, юғары уҡыу йорттары, коммерцияға ҡарамаған төр­лө ойошмалар тарафынан алып барыла. Юғары уҡыу йорттарында йәш ирекмәндәр хәрәкәте ойошмалары булдырылған, шулай уҡ оло быуын вәкилдәре алып барған социаль үҙәктәр бар. Бигерәк тә Өфө, Октябрьский, Нефтекама, Мәләүез ҡала­лары­ның, Асҡын, Бүздәк, Ҡалтасы, Дәүләкән, Көйөргәҙе райондарының юғары уҡыу йорттарының, Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм ида­ра итеү академияһының ирекмән ойошмалары әүҙемлек күрһәтә.
Шул уҡ ваҡытта хәл ителәһе мәсьәләләр ҙә юҡ түгел. Тәү сиратта улар ирекмәндәр хәрәкәтенең статусын билдәләү, ярҙам күрһәтергә теләүселәргә уҡыуҙар ойоштороуға, эшләү өсөн уңайлы шарттар булдырыуға ҡайтып ҡала. Был йәһәттән Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге етәксеһе Тимур Вәлитов ирекмәндәрҙе ҡыҙыҡһындырыу, дәртләндереү маҡса­тында төрлө саралар ойоштороу, спектакль-концерттарға билеттар биреү, эш ваҡытында транспортта бушлай йөрөү мөмкинлеген хәстәрләү кеүек тәҡдимдәр индерҙе. Йыйылышта әйтелгән ошондай мөһим фекерҙәр, тәҡдимдәр иҫәпкә алынды.


Вернуться назад