Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарары10.04.2012
Муниципаль берәмектәрҙең хужаһыҙ күсемһеҙ милек әйберҙәрен файҙаланыуы тураһында
Һуңғы йылдарҙа хужалыҡ итеүҙең баҙарға тиклемге формаларының (колхоз, совхоздарҙың һәм башҡа ауыл хужалығы предприятиеларының) емерелеүе һөҙөмтәһендә хужаһыҙ ҡалған бик күп күсемһеҙ милек объекттары барлыҡҡа килде. Шул уҡ ваҡытта урындағы әһәмиәттәге мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн матди базаның етмәүе урындағы үҙидараның көнүҙәк проблемаһы булып тора.
Үрҙә әйтелгән хужаһыҙ күсемһеҙ милек объекттарын муниципаль милеккә әүерелдереү — муниципалитеттарҙың матди хәлен яҡшыртыу алымдарының береһе. Был киләсәктә хужаһыҙ күсемһеҙ милек әйберҙәрен граждандарға файҙаланыуға биреү менән бәйле ҡайһы бер социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү, шулай уҡ муниципаль хужалыҡты үҫтереү, тораҡтарҙың биләмәләрен төҙөкләндереү мөмкинлеген бирәсәк.
Муниципаль берәмектәр тарафынан хужаһыҙ күсемһеҙ милек әйберҙәрен файҙаланыу мәсьәләләрен ҡарағандан һуң, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарар итә:
1. Урындағы үҙидара органдарына күсемһеҙ мөлкәткә хоҡуҡты дәүләт теркәүен тормошҡа ашырған органға хужаһыҙ күсемһеҙ милек әйберҙәрен иҫәпкә ҡуйыу тураһындағы ғариза менән мөрәжәғәт итеү хоҡуғын, шулай уҡ хужаһыҙ күсемһеҙ милек әйберен иҫәпкә ҡуйған көндән алып бер йыл үткәс муниципаль милек хоҡуғын таныу тураһындағы талап менән судҡа мөрәжәғәт итеү хоҡуғын (Рәсәй Федерацияһы Гражданлыҡ кодексының 225-се статьяһы 3-сө пункты) әүҙемерәк файҙаланыуҙы тәҡдим итергә.
2. Урындағы үҙидара органдары тарафынан хужаһыҙ күсемһеҙ милек объекттарын иҫәпкә ҡуйыу маҡсатында 1997 йылдың 21 июлендәге “Күсемһеҙ мөлкәткә хоҡуҡтарҙы һәм уларға бәйле килешеүҙәрҙе дәүләт теркәүе тураһында”ғы 122-се Федераль законды һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2003 йылдың 17 сентябрендәге 580-се ҡарары менән раҫланған Хужаһыҙ күсемһеҙ милек әйберҙәрен иҫәпкә ҡуйыу тураһындағы положениены эштә ҡулланма итеп алырға.
3. Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына бер ай эсендә урындағы үҙидара органдарына хужаһыҙ күсемһеҙ милек әйберҙәрен иҫәпкә ҡуйыу һәм муниципаль милеккә әүерелдереү тәртибе буйынса методик аңлатмалар ебәрергә.
4. Ошо ҡарарҙы Башҡортостан Республикаһының Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына, муниципаль райондар һәм ҡала округтары урындағы үҙидараһының вәкиллекле һәм башҡарма органдарына ебәрергә.
5. Ошо ҡарарҙың үтәлешенә контролде Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Президиумына йөкмәтергә.
6. Ошо ҡарар ҡабул ителгән көндән көсөнә инә.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы —
Ҡоролтай Рәйесе К. ТОЛКАЧЕВ.
Өфө, 2012 йыл, 28 март.
ГС-2276г


Вернуться назад