Тамырҙарыбыҙ бер беҙҙең23.06.2017
Тамырҙарыбыҙ бер беҙҙеңӨфөлә Ҡырғыҙстан Президенты Алмасбәк Атамбаев Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Был йәһәттән Республика йортонда халыҡ-ара дуҫлыҡты, иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыу тураһында эшлекле һөйләшеү барҙы.
Мәғлүм булыуынса, әлегәсә Алмасбәк Атамбаев Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашҡан ине. Әңгәмә барышында ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде. Эш һөҙөмтә­һендә хеҙмәттәшлек итеү тура­һында ведомство-ара килешеү төҙөлдө, Рәсәй Феде­ра­цияһы менән Ҡырғыҙ Респуб­ликаһы араһында Союздашлыҡты һәм стратегик партнерлыҡты нығытыу хаҡындағы декларацияға ҡул ҡуйылды.
Өфөлә барған осрашыу сиктәрендә иһә Рөстәм Хәмитов, Ҡырғыҙ Респуб­ли­ка­һынан килгән делегацияны сәләм­ләп:
– Рухиәт менән мәҙәниәт өлкәһендәге уртаҡлыҡтар башҡорт менән ҡырғыҙҙы туғанлаштыра. Бөйөк Ватан һуғышында беҙҙең милләттәр иңгә-иң терәп ҡаһарманлыҡ күрһәткән. Беҙ һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлеген йөрәк­тәрҙә һаҡлайбыҙ. Ҡырғыҙстан менән хеҙ­мәттәшлек итеү беҙҙең өсөн мөһим, бөгөн ике республика араһында булған дуҫлыҡты нығытыу өҫтөндә етди эш алып барабыҙ. Был йәһәттән сауҙа, мәғариф, фән өлкәһендәге уңышта­рыбыҙҙың тағы ла күбәйеренә ышана­быҙ, – тине.
Осрашыуҙан һуң Алмасбәк Атамбаев “Башҡортостан” концерт залында Рәсәй­ҙәге Ҡырғыҙстан мәҙәниәте көндәре сиктә­рендә ошо ил оҫталарының би­ҙәү-ҡул­ланма сәнғәте өлгөләрен, концертын, “Ватан” этнопаркында уҡсыларҙың сығы­шын ҡараны.



Вернуться назад