Улар республика өсөн тырыша07.04.2012
Улар республика өсөн тырышаБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Мәскәүҙә арҙаҡлы яҡташтарыбыҙ Анатолий Копсов менән Тәлғәт Хурамшинға республиканың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы. Президент Указына ярашлы, “ГазЭнергоСтрой Газ турбиналары технологиялары” корпорацияһының газ турбиналары технологиялары йүнәлеше етәксеһе Анатолий Копсовҡа — “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн” ордены, ә “Башҡорттарҙың яҡташлығы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы рәйесе Тәлғәт Хурамшинға Халыҡтар дуҫлығы ордены тапшырылды.
Бүләкләү тантанаһы барышында Рөстәм Зәки улы уларҙың икеһе тураһында ла тик йылы һүҙҙәр әйтте.
— Мин заманында Анатолий Яковлевич етәкселегендә Хөкүмәттә эшләп алғайным. Ул үҙ ваҡытында мине министр итеп тәҡдим иткәйне, бергә эшләнек. Был бик ҡыҙыҡлы, яҡшы пландар тормошҡа ашҡан осор ине. Һеҙҙе остазым итеп күрәм, — тине Рөстәм Хәмитов. —Тәлғәт Хурамшин да — ҙур хөрмәт ҡаҙанған кеше. Тәлғәт Закир улының китабы бар, уны йыш ҡына ҡарап сығам. Китапта Башҡортостандың нефть эшкәртеү тарихы сағылдырылған. Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ — нефть эшкәртеүҙе үҫтереүгә ижади ҡараш өлгөһө!
Бүләкләнеүселәр ҙә яуап һүҙен әйтте.
— Республика үҫешенә индергән бәләкәй генә хеҙмәтемде лә шундай ҙур баһалауығыҙға рәхмәтлемен. Был награда минең өсөн бик ҡәҙерле. Әле республикала төрлө йүнәлештә ыңғай үҙгәрештәр бара. Уларҙың барыһы ла социаль йүнәлешле. Һеҙгә уңыштар теләйем, Рөстәм Зәки улы, беҙ һәр ваҡыт һеҙҙең менән бергә, — тине Анатолий Копсов.
Тәлғәт Хурамшин да награда алыуына шатлығын белдерҙе.
— Был бүләк республиканыҡы, шуның менән ул икеләтә ҡәҙерле. Ғүмерем буйы илдә генә түгел, тәү сиратта республикала эш һәйбәт барһын өсөн тырыштым. Бөгөн дә ҡулымдан килгәндең барыһын да эшләйем. Үҙем иҫән саҡта республикаға һәм уның халҡына ярҙам итәсәкмен. Был — минең бурысым. Рәхмәт һеҙгә! — тине ул.
Ә. ИЛДУСОВА.


Вернуться назад