Яңы состав раҫланды16.06.2017
Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы ағзаларын тәғәйенләү тураһында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарары

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының вәкәләттәр ваҡыты тамамланыуына бәйле, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 71-се статьяһы менән етәкселек итеп, ҡарар сығара:
1. Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының ағзаһы итеп билдәләргә:
1) Бикмәтов Рөстәм Фәнил улын – Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы тарафынан тәҡдим ителгән;
2) Долматова Марина Борисовнаны – Рәсәй Федерацияһының Үҙәк һайлау комиссияһы тарафынан тәҡдим ителгән;
3) Ермолаев Игорь Николаевичты – Ғәҙел Рәсәй сәйәси партияһы тарафынан тәҡдим ителгән;
4) Закиров Таһир Шамил улын – “Хеҙмәт союзы” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы тарафынан тәҡдим ителгән;
5) Садиҡов Вадим Юрьевичты – “Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһы” сәйәси партияһы тарафынан тәҡдим ителгән;
6) Суфыянова Елена Самат ҡыҙын – Башҡортостан Республикаһының Учалы районы муниципаль район советы тарафынан тәҡдим ителгән.
2. Ошо ҡарар ҡабул ителгән көндән көсөнә инә.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе К. Толкачев.


Вернуться назад