5 апрелдә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Дәүләт Думаһы Рәйесе, Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһының күҙәтеү советы рәйесе Сергей Нарышкин етәкселегендә үткән ултырышта сығыш яһаны. Башҡортостан Президентының матбуғат хеҙмәте ошо хаҡта хәбәр итте.
Ултырышта Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостандың Рәсәйҙең инновациялы төбәктәре ассоциацияһына инеүе тураһындағы башланғысы ҡаралып, был тәҡдим хуплау тапты.
Республика башлығы, Башҡортостан — иҡтисади яҡтан алға киткән, ҡеүәтле төбәк, тип билдәләне.
— Республикала сәнәғәт һәм фән үҫешкән, — тине ул. — Һуңғы йылда тейешле закондар базаһын булдырыу йәһәтенән дә ярайһы уҡ алға киттек: инновация эшмәкәрлеге тураһындағы закон, предприятиеларҙың инновация әүҙемлеген үҫтереүгә йүнәлтелгән норматив акттар ҡабул ителде. 2015 йылға тиклем оҙайлы программаны ла ғәмәлгә индерҙек. Уны финанслау күләме — 500 миллион һум самаһы. Был аҡса кластерлы үҫешкә, процент ставкаларын субсидиялауға һалына.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, авиация һәм транспорт системалары, наноиндустрия, IT-технологиялар, тәбиғәтте рациональ файҙаланыу, энергетика һәм энергияны һаҡлау инновациялы үҫеш йәһәтенән республикала өҫтөнлөклө йүнәлештәр тип һайланды. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн технопарктар, бизнес-инкубаторҙар, технологиялар трансферы үҙәктәренән торған инновациялы инфраструктура булдырылды. Былтыр Кластерлы үҫеш үҙәге ойошторолдо.
— Беҙҙә Рәсәй Фәндәр академияһы институттарын, республиканың Фәндәр академияһы бүлексәләрен, ғилми тикшеренеү ойошмаларын үҙ эсенә алған ҡеүәтле фәнни-белем биреү комплексы бар, — тине артабан Рөстәм Хәмитов. — Инновация системаһының сәнәғәт комплексы ла үҫеш алған. Әле Башҡортостан фәнни-техник өлкәлә РОСНАНО, “Росатом”, Бәләкәй предприятиеларҙы үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды менән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашыра. “Сколково” фонды менән хеҙмәттәшлек үҫә. Былтыр инновация буйынса әүҙем объекттар 280-гә тиклем (24 %) артҡан. Инновациялы продукция күләме 44 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Ҙур проекттарҙан нефть-химия предприятиелары нигеҙендә Бөтә Рәсәй газ үҙәге проектын ғәмәлгә ашыра башланыҡ. “Альстом”, “РусГидро” компаниялары менән энергетик яҡтан һөҙөмтәле технологиялар технопаркын ойошторабыҙ. РОСНАНО менән “Искра” машиналар эшләү заводын һәм яңы быуын “ЕСМ” предприятиеһын ойошторҙоҡ. Беҙҙеңсә, республика инновациялы төбәктәр иҫәбенә инергә әҙер.
Л. ФӘРИТОВА.