Ҡаһарманлыҡ үлемһеҙ07.04.2012
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов 1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 67 йыллығы айҡанлы “2012 йылда Еңеү көнөн байрам итеү тураһында”ғы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Уға ярашлы, 4 майҙа Өфөләге Конгресс-холда байрам концерты була һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын ҡабул итеү тантанаһы ойошторола.
9 майҙа Өфө ҡалаһының Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа, Советтар Союзы Геройҙары А. Матросов менән М. Ғөбәйҙуллин, генерал Т. Кусимов, генерал М. Шайморатов һәйкәлдәренә һәм ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы М. Гәрәевтең ҡәберенә сәскә һалынасаҡ.
Муниципаль берәмек хакимиәттәренә Башҡортостан Хәрби комиссариатының райондар һәм ҡалалар буйынса бүлектәре, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары советтары, йәштәр һәм балалар ойошмалары менән һәйкәлдәргә һәм обелисктарға сәскә һалыуҙы ойошторорға, Еңеү көнөнә арналған тантаналы йыйылыштар, мәҙәни саралар үткәрергә, фронтовиктарҙы һәм тыл эшсәндәрен ҡотларға тәҡдим ителде.
М. МӨХӘМӘТЙӘРОВА.


Вернуться назад