Илдәр буйлап...13.06.2017
“Financial Times” хәбәр итеүенсә, күптән түгел АҠШ президенты Дональд Трамп Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпин менән осрашты. Эшлекле осрашыу ике яҡ өсөн дә һөҙөмтәле булған.
2003 йылдан бирле Ҡытайҙа АҠШ-тан килтерелгән һыйыр итен һатыу тыйылған ине. Барак Обама президент булған осорҙа ике илдең сауҙа дефициты 347 миллиард долларға еткән. Осрашыуҙа был мәсьәлә хәл ителә башлаған. Хәҙер бында Американың аҙыҡ-түлеген ҡолас йәйеп ҡаршы аласаҡтар. Ҡытай баҙарында океан аръяғынан килтерелгән ашлыҡҡа һәм башҡа ауыл хужалығы тауарҙарына ла юл асылған. Шулай уҡ ике яҡ та инвестицион эшмәкәрлек итеүҙе, финанс баҙарында хеҙмәт­тәшлекте үҫтереүҙе хуплаған.
Быға тиклем АҠШ агрессияһын Рәсәй менән Ҡытай “ауыҙлыҡлап” килде. Көнсығыш дуҫыбыҙҙың АҠШ-ҡа табан йөҙ бороуы дуҫлыҡҡа хыянат итеү булмаҫмы?

* * *

АҠШ президенты Дональд Трамп хакимиәте Тайвань етәкселеге менән һөйләшеүҙәр алып бара. Ике яҡлы килешеүгә ярашлы, ҡоро ер ракета комплекстары, караптарға ҡаршы ракета комплекстары һәм башҡа төрлө ҡорал һатыласаҡ.

Был килешеүҙең оҙаҡҡа һуҙы­лыуы ихтимал, сөнки ваҡиға­ларҙың бындай боролош алыуына бик күптәр, айырыуса Ҡытай ҡаршы төшәсәк.
Тағы бер үҙенсәлеккә иғтибар итеү мөһим. АҠШ-тың элекке президенты Барак Обама Тайвангә бер миллиард долларлыҡ ҡорал һатыу барышын туҡтатҡан булған. Дональд Трамп был эште ниңәлер аҙағына еткерергә уйлай.
Хәйерлегә булһын!

* * *

Германия АҠШ-тың “Lockhed Martin” компания­һынан алты “С-130” хәрби-транспорт самолеты һатып алырға йыйына. Был маҡсатҡа 900 миллион доллар тотоноласаҡ.

Хәрби самолеттар ГФР менән Францияның уртаҡ базаһында файҙаланыласаҡ. База Франци­яның Эвре провинцияһында урын­лашҡан. 2021 йылда уртаҡ авиация базаһы әҙер буласаҡ. Көнбайыш Европа үҙәгендә бомбаға тотоуға, ҡорал, ғәскәрҙәр ташыуға тәғәйенләнгән самолеттар туплау ниңә кәрәк булғаны ғына аңлашылмай.
Шул уҡ ваҡытта тарих һабаҡтарын оноторға ярамай. Германияның быға тиклем әүҙем ҡоралланыуы Беренсе һәм Икенсе донъя һуғышы алдынан булған.

* * *

АҠШ-ҡа ҡайһы бер мосолман илдәренең граждандарын индереүҙе тыйыу
Дональд Трамп сығарған указдарҙың береһе ине. Шулай ҙа ул Сәғүд Ғәрәбстаны менән
союздаш булып ҡала.


Трамп сит илгә тәүге эш сәфәрен дә исламдың изге ҡиблаһы булған Мәккә һәм Мәҙинә ҡалалары урынлашҡан илдән башланы. Һайлау алды кампа­нияһы барышында мосолмандар тарафына ҡаты һүҙҙәр ысҡын­дырһа ла, Трамптың ғәрәптәр менән һөйләшеүе уңышлы булған – миллиардтарса долларлыҡ ҡорал һатыу контрактына ҡул ҡуйылған.

* * *

Ҡытай әлеге ваҡытта Сәғүд Ғәрәбстаны менән нефть сауҙаһына үҙгәрештәр индерә, йәғни ҡара алтын өсөн ғәрәптәргә үҙҙәренең валютаһы менән түләргә теләйҙәр. Был ниәттәре, әлбиттә, АҠШ долларына хәүеф менән янай. Әгәр уларҙың был уйы барып сыға ҡалһа, Америка долларының осһоҙланыуына бер аҙым буласағы көн кеүек асыҡ.

1974 йылдан алып Сәғүд Ғәрәбстаны нефть өсөн Америка доллары менән генә иҫәпләшә. Был иһә АҠШ-та Никсон президент булған дәүерҙәге килешеү менән нығытылған.
Ҡытай 2010 йылдан башлап сит илдәрҙән ике тапҡырға күберәк нефть һатып ала. Хәҙер ул нефть импорты буйынса АҠШ-ты уҙып китте. Шуға күрә бөгөн ҡара алтын хаҡын юань менән түләү көнүҙәк мәсьәлә булып тора.
Шулай итеп, Америка долла­рының “тәхете” күҙ асып йомған арала ҡаҡшарға мөмкин.


Вернуться назад