Рәсәй сигендә Литва “кәртә” ҡора башланы. Беренсе ҡаҙыҡты Литваның эске эштәр министры Эймутис Мисюнас ҡаҡты. Быйыл улар Калининград өлкәһенең сигендә Немандан алып Виштын күленә тиклем 45 саҡрым арала “кәртә” ҡорорға уйлай. Бының өсөн миллион ярым евро бүленгән.Икенсе этапта видеокүҙәтеү, сигнал аппараттары ҡуйып, 100 саҡрым араны кәртәләргә ниәтләйҙәр. Бының өсөн дә аҡсаны Европа союзынан теләнселәргә самалайҙар.
“Был эш законһыҙ миграцияны, сигарет һәм алкоголь контрабандаһын сикләйәсәк, – ти Эймутис Мисюнас. – Рәсәй һалдаттарының бынан өс йыл элек эстон офицерын урлауы тураһында ла беләбеҙ. Шуға күрә беҙ “кәртә” төҙөргә булдыҡ”.
Эксперттар әйтеүенсә, “Бөйөк Литва диуары” иң беренсе Литва халҡының бәкәленә һуғасаҡ, сөнки улар Рәсәйҙән осһоҙ хаҡҡа бензин һәм көнкүреш тауарҙары алып һатыу итте.
Калининград етәкселеге был хәлгә юмор менән ҡарай: “Әгәр “төҙөлөштә” берәй мәсьәлә килеп тыуһа, беҙ ярҙам итергә әҙер”, – ти улар.