4 апрелдә Ҡариҙел район Советы ултырышы булды. Совет ҡарары менән район хакимиәте башлығы И.Ғ. Мусин, икенсе эшкә күсерелеү сәбәпле, вазифаһынан бушатылды.
Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыуҙы Совет депутаттары конкурс һөҙөмтәләре буйынса тәғәйенләнгән кеше вазифаһына ингәнгә тиклемге осорға Ғарифуллин Илдар Вил улына йөкмәтте.
Л. ДӘҮЛИЕВА.