Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 3 апрелдәге ҡарары менән законһыҙ һаҡланған ҡоралды һәм боеприпастарҙы үҙ ирке менән тапшырған өсөн граждандарҙы бүләкләү тәртибе һәм күләме раҫланды.
Был эште Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының район органдары тормошҡа ашыра.
Республика буйынса Эске эштәр министрлығының территориаль органына законһыҙ һаҡланған ҡоралды һәм боеприпастарҙы тапшырғандан һуң гражданға бүләкләү һәм уны алыу шарттары хаҡында белдереү ҡағыҙы бирелә.
Л. ФӘРИТОВА.