Йәмәғәт палатаһы ағзалары раҫланды19.05.2017
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында республика Йәмәғәт палатаһының ун ағзаһы раҫланды. Парламентҡа йәмғеһе 73 кандидат тәҡдим ителгәйне. Урындағы үҙидара, граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары комитеты уларҙың ҡануниәт менән ҡуйылған талаптарға яуап биреү-бирмәүен тикшерҙе. Һөҙөмтәлә 12 дәғүәсенең ошо талаптарға яуап бирмәүе танылды. Кандидаттар исемлегендә 61 кеше ҡалды. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә ун кеше Йәмәғәт палатаһы ағзаһы тип раҫланды.
– Йәмәғәт палатаһы – мөһим ресурс. Ул граждандар йәмғиәтен ойоштороуҙа төп урындарҙың береһен биләй, – тине парламент Рәйесе Константин Толкачев. – Конкурстың ҙур булыуы ҡыуандырҙы. 10 урынға 73 кеше дәғүә итте. Тауыш биреү һөҙөмтәһендә раҫланған 10 кешенең барыһы ла – тормоштоң төрлө өлкәләрендә халыҡтың мәнфәғәттәрен яҡлау йәһәтенән мөһим социаль бурыс башҡарған танылған шәхестәр. Йәмәғәт палатаһының яңы һайланған составы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итербеҙ, берлектәге эшмәкәрлектең һөҙөмтәлелеге артыр, тип ышанабыҙ.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарары
Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзаларын раҫлау тураһында
“Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 5-се статьяһына ярашлы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарар итә:
Түбәндәге кешеләрҙе Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы ағзалары тип раҫларға:
Абрамова Ирина Евгеньевна – Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы тарафынан тәҡдим ителде;
Волков Владимир Сергеевич – “Башҡортостан Республикаһының альпинизм федерацияһы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан тәҡдим ителде;
Дубовский Анатолий Николаевич – “Башҡортостан Республикаһының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге төбәк йәмәғәт контроле үҙәге” коммерцияға ҡарамаған партнерлығы тарафынан тәҡдим ителде;
Ҡолһарина Гөлназ Фәрит ҡыҙы – Башҡортостан Республикаһының “Әсәй йөрәге” әсәләр советы төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан тәҡдим ителде;
Моратова Айгөл Динислам ҡыҙы – Башҡортостандың китапханалар ассоциацияһы тарафынан тәҡдим ителде;
Панчихина Ольга Юрьевна – “Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды” Өфөнө социаль, мәҙәни һәм иҡтисади үҫтереү фонды тарафынан тәҡдим ителде;
Сәғитов Рәсүл Хәсән улы – “Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан тәҡдим ителде;
Хәйбуллина Зөлфиә Рәшит ҡыҙы – Башҡортостан Республикаһының “Яңы быуын” төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан тәҡдим ителде;
Хәмитов Рәсих Әғзәм улы – “Башнедра” Башҡортостан Республикаһының Тау-геология ойошмалары коммерцияға ҡарамаған партнерлығы – ассоциацияһы тарафынан тәҡдим ителде;
Йомадилов Денис Булат улы – “Башҡортостан Республикаһының Адвокаттар палатаһы” дәүләткә һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы тарафынан тәҡдим ителде.
Ошо ҡарар ҡабул ителгән көндән көсөнә инә.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе К. ТОЛКАЧЕВ.
Өфө, 2017 йыл, 18 май.
ГС-2313.