Учалылар — иғтибар үҙәгендә01.12.2011
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов эш сәфәре менән Учалы районында булды.
Премьер-министр иң элек капиталь ремонт барған Учалы филармонияһына юлланды. Әле бында бинаның ҡыйығы йылытылған, йүнәтелгән, тамаша залының стена һәм түшәм плитәләре алынған, витраждар яңыртылған. Ошо эшкә 3 миллион һум самаһы аҡса тотонолған. Ремонтты тулыһынса тамамлау өсөн тағы ла 22 миллион һум талап ителә.
Азамат Илембәтов сәфәр барышында шулай уҡ үҙәк ҡала дауаханаһында булды. Бындағы хирургия бинаһы 1967 йылда сафҡа индерелгән. Шул осорҙан алып корпуста бер тапҡыр ҙа капиталь ремонт үткәрелмәгән. Операция, хеҙмәткәрҙәр өсөн бүлмәләр санитария нормаларына яуап бирмәй.
Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты фабрикаһында Азамат Илембәтов “VERTIMIL” тирмәне эше менән танышты. “Республикала бындай ҡорамал башҡа бер ерҙә лә юҡ”, — тине ул. Фабрика директоры Андрей Мартюшев ҡунаҡтарға флотация цехының 4-се секцияһы төҙөлгән майҙансыҡты күрһәтте. 2012 йылда ошо секция өсөн ҡорамал һатып алыу, ә 2013 йылда уны сафҡа индереү күҙаллана. Был аҙым руда эшкәртеү күләмен йылына 6 — 7 миллион тоннаға арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.
“Таусы” боҙ аренаһы — ҡалалағы иң матур биналарҙың береһе. Хоккей, фигуралы шыуыу, бейеү һәм көрәш яратыусылар йыйыла бында. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры бейеү класын, көрәш залын ҡарап сыҡты, фигуралы шыуыу буйынса тренер табыу үтенесен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырманы.
— Ҙур бинала мөмкинлектәр ҙә киңерәк. Уға һулыш өрөргә, ҙур республика һәм Рәсәй ярыштары уҙғарырға, аренаны һөҙөмтәле файҙаланыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк, — тине Азамат Илембәтов.
Артабан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры ҡала һәм район депутаттары, сәнәғәт предприятиелары етәкселәре, социаль учреждениелар хеҙмәткәрҙәре һәм эшҡыуарҙар менән осрашты. Ул республикалағы социаль-иҡтисади үҫеш тураһында һөйләне, ауыл хужалығы, торлаҡ-коммуналь хужалығындағы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге мәсьәләләргә айырым туҡталды.
Премьер-министр, филармонияны йүнәтеүҙә, дауахананың хирургия корпусын төҙөкләндереүҙә ярҙам күрһәтеләсәк, тип билдәләне. Ауылдарҙы һыу менән тәьмин итеүгә айырым иғтибар биреләсәк. Киләһе йылдан башлап ҡайһы бер ауылдарҙа һыу үткәргестәр һалына башлаясаҡ, газ үткәреү дауам итәсәк.
Балалар баҡсаларында урындар менән тәьмин итеү мәсьәләһен тикшергәндә, Учалыла ғына ике мең баланың сиратта тороуы — район өсөн бик ҙур һан, тип билдәләне Азамат Илембәтов.
— Белеүегеҙсә, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов балалар баҡсалары төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итте. Яҡын арала республикала биш тиҫтәнән ашыу балалар баҡсаһы, шуларҙың икәүһен Учалыла һалыу күҙаллана, — тине республика Хөкүмәте Премьер-министры. — Ошо рәүешле балалар баҡсаларындағы урындарға ҡытлыҡ булмаясаҡ, тип уйлайым.
Премьер-министр Учалы эшҡыуарҙарының ағас эшкәртеү предприятиеларын, туризмды, төҙөлөштө үҫтереүгә ҡағылған һорауҙарына яуап бирҙе.
Эш сәфәре аҙағында Азамат Илембәтов Ураҙ һөтсөлөк фермаһында булды.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад