Туймазы районы хакимиәте хеҙмәткәре ҡиммәтле автомобилде һәм күсмә мөлкәтте үҙе эшләп тапҡан аҡсаға һатып алыуын иҫбатлай алманы һәм урындағы ҡаҙнаға ярты миллион һумдан ашыу аҡса индерергә мәжбүр булды.Төҙөкләндереү бүлеге инженеры бынан өс йыл элек 2,8 миллион һумға “Мазда” автомобиле, һауыҡтырыу комплексы, автойыуыу урыны һәм райондың Собханғол ҡасабаһында ике ер биләмәһе һатып алған. Прокуратурала аңлатыуҙарынса, бындай сығымдар уның һуңғы өс йылдағы эш хаҡына һәм бүтән төрлө законлы табышына тура килмәй.
Туймазы район суды был хеҙмәткәрҙең мөлкәтен дәүләт ҡаҙнаһына тартып алыу тураһында ҡарар сығарғайны, ләкин Рәсәйҙең Конституция суды уны бер аҙ йомшартты: хеҙмәткәр хәҙер барлыҡ мөлкәтен түгел, ә 584 мең һум түләү индерергә бурыслы.