Маҡсат – абруйҙы нығытыу16.05.2017
Маҡсат – абруйҙы нығытыуДәүләт Думаһындағы “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы ағзалары “Полиция тураһында”ғы Федераль законға үҙгәреш индерергә йыйына. Уға ярашлы полицияға дәүләт яғынан “ышаныс презумпцияһы” бирелергә һәм граждандар күп йыйылған урында ла ҡорал ҡулланыу рөхсәт ителергә тейеш.
Хәҙерге ҡануниәт буйынса полицияға “халыҡ күп булған һәм осраҡлы кешеләр зыян күреү ихтималы һаҡланған” урындарҙа ҡоралдан атыу тыйыла. Проект “терактҡа юл ҡуймау, әсирҙәрҙе азат итеү, мөһим һәм хәүефле объекттарға күмәкләп һөжүм итеүҙе туҡтатыу” зарурлығы тыуа ҡалғанда ғына ҡорал ҡулланыуҙы рөхсәт итә. “Именлек хеҙмәткәрҙәре шундай хоҡуҡтарға эйә”, – ти проект авторҙары.
Был документта шулай уҡ “дәүләт полиция хеҙмәткәренә ышаныс презумпцияһын һәм уға үҙ бурыстарын үтәргә ярҙам итеүҙе гарантиялай” тигән юлдар индереү ҙә күҙаллана.
– Рәсәй шарттарында йәмәғәтселек фекере иң төп шарт булырға тейеш, – тип проектҡа ҡаршы төшә КПРФ-тан депутат Ю. Синельщиков. – Был төҙәтмә полицияның эшмәкәрлегендә лә, халыҡтың уға ышанысында ла бер нисек тә сағылмаясаҡ.
“Берҙәм Рәсәй” партияһынан депутат М. Емельянов та был проекттың әллә ни файҙаһын күрмәүе тураһында әйтә, шулай ҙа ул халыҡ күп йыйылған урында ҡорал ҡулланыуҙың мәжбүри сара икәнлеген таный. “СССР тарҡалғандан һуң бөтә донъяла тыныс булған 20 йыллыҡ дәүер артта ҡалды инде”, – тип иҫәпләй депутат.
Бынан тыш, проект полиция хеҙмәткәренең бурыстарын да киңәйтәсәк. Мәҫәлән, кемде булһа ла туҡтатҡанда, ул “үҙенең вазифаһын, хәрби званиеһын, исем-шәрифен атарға, хеҙмәт танытмаһын күрһәтергә һәм ни өсөн тотҡарлағанын аңлатырға” тейеш. Уға шулай уҡ туҡтатылған кешенең хоҡуҡтарын һәм бурыстарын иҫкә төшөрөү ҙә йөкмәтелә.


Вернуться назад