Америка Ҡушма Штаттары менән Ҡытай Халыҡ Республикаһы араһындағы мөнәсәбәттәрҙә ошо сифаттарҙың икеһе лә бар Ер шарындағы кешелек донъяһы бер урындан ғына идара ителәме, әллә тормошобоҙға йоғонто яһарлыҡ көстәр унда ғына түгел, бәлки байтаҡ тарафтарҙа булырға тейешме? Ғөмүмән, бер полярлы, күп полярлы донъя тураһында фекер алышыуҙар хәҙерге осор сәйәсмәндәренең, үҙен сәйәсәт йәһәтенән белгес тип иҫәпләгән байтаҡ ағай-эненең яратҡан темаһына әүерелде. Әйткәндәй, сәйәсәт, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр белгестәренең харап күбәйеп китеүе — үҙе бер феномен, һәм был күренеш нимә менән аңлатыла? Ошо юҫыҡта, сәйәсәт шырлыҡтарына аяҡ баҫыуҙан ҡурҡмаған тәүәккәлдәргә эйәреп, һеҙҙең авторығыҙ ҙа Ҡытай менән Америка бәйләнештәренә хәл ҡәҙәренсә баһа бирергә йөрьәт итте. Был бәйләнештәрҙе ҡытай сәйәсмәндәре һәм ғалимдары “ХХI быуаттағы ике яҡлы иң мөһим мөнәсәбәттәр” тип айырып баһаларға ярата. Ваҡыт үтә килә, әлеге фекер бар донъяның иғтибар үҙәгендә торған һәм күптәрҙең аңын яулап алған идея рәүешен алды. Рәсәй тышҡы сәйәсәтенең киләсәге лә, Азия һәм донъяның бүтән өлөштәрендәге хәлдәр ҙә Америка менән Ҡытай араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ниндәй йүнәлештә үҫә барасағына бәйләнгән.
Бөйөк һәм ғәйрәтле ике дәүләттең бер-береһенә яҡынайыуы тураһында һүҙ бармай, киреһенсә, уларҙы нимәләр айырыуы хаҡында әйтеү урынлыраҡтыр. Ысынлап та, АҠШ менән ҠХР әле ҡасан ғына хеҙмәттәшлек итә башлағайны. Уларҙың яҡынайыуы, тәбиғи һымаҡ тойолмаһа ла, идеологик ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы еңеү ихтималлығын раҫлағандай дәлилгә әйләнеп бара ине. Тик бына күптән түгелге антагонистар, йәғни ҡара дошмандар, бер-береһенә ҡарай маҡсат менән ниндәй аҙым яһағайны икән дә, был аҙымдар ҡайҙа алып килде һуң?
Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, тарихҡа, ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙең асылын аңлатырға тырышҡан фәнни-популяр әҙәбиәткә күҙ ташлайыҡ. Уларҙа килтерелгән һығымталар, дөйөмләштереүҙәр ғибрәтле лә, ҡыҙыҡлы ла, хәҙер ҙә һабаҡ булырлыҡ.
Ҡытай менән Америка мөнәсәбәттәрен күҙҙән ысҡындырмай, уларҙы хәтер һандығында һаҡлап йөрөткәндәр яңылышмаһа, Ҡытай коммунистар фирҡәһе менән Ҡушма Штаттар араһындағы бергәләп эшләү ихтималлығы 1949 йылда хакимлыҡҡа компартияның килеренән алда уҡ хасил булған. Мао Цзедун Вашингтон менән самалы ғына булһа ла хеҙмәттәшлекте яйлауға революцион көрәш йылдарында уҡ ынтылған. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында коммунистар Американың Ҡытайҙағы сәйәси һәм хәрби вәкилдәре менән бәйләнеш тотҡан. АҠШ-ҡа ҡарата Ҡытай компартияһының ошондай мөғәмәләлә булыуы, был фирҡә таянған доктриналарҙың радикаллығына ҡарамаҫтан, һәүетемсә тәбиғи тип баһалама алалыр. Маоның, беренсенән, коммунизмда илдең бөйөклөгөн тергеҙеү ысулын күргән ҡытай милләтсеһе икәнлеген оноторға ярамай. Ул күп йәһәттән СССР-ға бәйләнгәнлегенән ауырһынған (һәм буйһоноулы ошо хәлдән уңайы сыҡҡас уҡ ҡотолған). Маоның күп векторлы сәйәсәтте бойомға ашырыуға ынтылыуы ваҡиғалар үҫеше логикаһына ла тура килә һәм ҡотолғоһоҙ ҙа булған.
Әйткәндәй, ҙур тәжрибә туплаған байтаҡ Америка белгестәре бик оҙаҡ йылдар элек үк коммунистар менән уҙаҡташлыҡ мөмкинлеген нигеҙләй килгән. Ҡытайҙа ил башында Чан Кайши торғанда уҡ был дәүләттең Ҡушма Штаттар менән яҡынаясағы шик тыуҙырмаған. Чан Кайши американдарҙы “коммунистик хәүеф” тигән уйҙырма менән ҡурҡыта килгән. Америкала быға ышанырға теләгәндәр һәр даим күп булды.
Ҡытай менән әшнәлеккә күҙ йомоп ынтылыу Америкаға артабан ҡиммәткә төштө. Ошо курс өсөн АҠШ һәм уның союздаштары сәйәси мәнфәғәттәр, ҡулдан киткән биләмәләр, иҡтисади юғалтыуҙар һәм меңдәрсә кешенең ғүмере менән түләне. Ҡытай Халыҡ Республикаһы, көнбайыш донъяның хас дошманына әйләнеп, Кореяла БМО ғәскәрҙәре менән һуғышты, Һинд Ҡытайында Францияның еңелеүенә һәм Американың Вьетнамда хурлыҡҡа ҡалыуына булышлыҡ итте. Хатта 1960 йылда Совет-Ҡытай мөнәсәбәттәренең селпәрәмә килеүе лә Американың Ҡытайға ҡарашын үҙгәртмәне. Тик һалҡын һуғыштың уңышһыҙ барыуы һәм Вьетнам һаҙлығында сәсәй башлау ғына АҠШ-ты 60-сы йылдар аҙағында Пекин менән уртаҡ тел эҙләргә мәжбүр итте. Президент Ричард Никсон менән Дәүләт секретары Генри Киссинджер ихтыяри ҡарар менән Америка Көнсығыш Азияла 90 йыл бойомға ашыра килгән тышҡы сәйәсәтте юҡҡа сығарҙы һәм һуңлап булһа ла ҙур еңеүгә өлгәште.
“Ҡеүәтлелектең иң тоғро билдәһе – яуҙар асырға һәләтле булыу түгел, бәлки уға кәртә ҡуйыу”. Быны Америка әҙибәһе Энн Маккормик юғарыла телгә алынған милләттәштәренең ғәмәлдәрен күреп торғандай әйткән. Ошо хәҡиҡәтте Рәсәйҙең хәрби ҡеүәтенең йылдам арта барыуы һәм уның донъяла именлекте һаҡлауға тәғәйенләнеүе раҫлай.
Ләкин халыҡ-ара сәйәсәттә ғәжәпләнерлек шундай бер логика бар: бәғзе дәүләт кемдер менән дуҫтарса мөнәсәбәт булдырһа, икенсеһе менән сәкәләшергә әҙер. Ошо юҫыҡтан ҡарағанда, Пекиндың Советтар Союзына ҡаршы торған Ҡушма Штаттар уҙаҡташтары коалицияһына күсеүе Мәскәүҙең Америка менән глобаль көндәшлеге осорондағы иң ауыр тышҡы сәйәси һәләкәте булды. СССР менән КПСС “Өсөнсө донъялағы” байтаҡ һул һәм милли-азатлыҡ хәрәкәттәренә йоғонтоһон юғалтты, уның ҡарауы, әүҙем һәм абруйлы, күп тә үтмәҫтән БМО-ның Именлек Советында урын алған оппонент тапты. Себер һәм Алыҫ Көнсығыш тайгаһында йөҙәрләгән меңлек ғәскәр урынлаштырырға, уларҙы торлаҡ һәм инфраструктура менән тәьмин итергә тура килде. Тимәк, ил иҡтисадына көс төштө. Афған мөжәһидтәрен совет өлгөһөндә эшләнгән еңел ҡорал менән тәьмин итеүҙә Ҡытай төп ролде уйнаны. Афғанстанда авиация зыянды американдарҙың күсермәле “Стингер” зенит ракета комплексынан түгел, ә совет лицензияһы буйынса Ҡытайҙа эшләнгән ҙур калибрлы ДШКМ пулеметтарынан күберәк күрҙе.
Шулай ҙа 1988 – 1989 йылдарҙа беҙҙең илгә ҡаршы йүнәлтелгән америка-ҡытай уҙаҡташлығының нигеҙе ҡаҡшаны. Һалҡын һуғыш тамамланды, совет ғәскәрҙәре Афғанстандан китте, ә Вьетнам ғәскәрҙәрен Камбоджанан сығара башланылар. Михаил Горбачевтың 1989 йылда Пекинға барыуында совет-ҡытай мөнәсәбәттәре тамам яйға килде. Шул уҡ ваҡытта Пекиндың үҙәк майҙаны Тяньаньмэнда йәштәрҙең йыйылып сығыуын көс менән баҫыу ҡытай коммунистарының совет һәм көнсығыш Европалағы коллегалары юлынан бармаясағын, демократик реформалар юлына баҫмаясағын ап-асыҡ күрһәтте.
Ғөмүмән, АҠШ Ҡытайҙың хәҙерге хәлдә йәшәүе менән бер генә минутҡа ла риза була алманы. 60-сы йылдар аҙағынан алып Дэн Сяопин реформаларының тәүге уңыштарына ҡәҙәр Американың Ҡытайға ҡарата сәйәсәте байтаҡ ауыр еңелеүҙәрҙән һуң Мәскәү менән көстәр нисбәтен нисек тә булһа тергеҙеү зарурлығына нигеҙләнә ине. Артабан, айырыуса Европала коммунизм емерелгәндән аҙаҡ Ҡушма Штаттар Ҡытай ҡоролошо, иҡтисади үҫеш һәм яңыртыу һөҙөмтәһендә либераль демократик капиталистик тәртип урынлаштырыуға килергә тейеш, тип иҫәпләгән.
Ошо үҙгәрештәр ғәмәлгә ашҡанға тиклем уның эш-хәрәкәттәре АҠШ мәнфәғәттәренә ҡамасаулаған өлкәләрҙә Пекинды тыйыбыраҡ тороу күҙалланған. Американдар уйлағанса, йәнәһе, бының өсөн әллә ни тырышлыҡ та кәрәкмәйәсәк, сөнки ниндәйҙер етди проблема булып өлгөргәнсе, Ҡытай үҙгәрәсәк.
Ҡытай хәҙер үк иҡтисади бөйөк державаға һәм бөйөк хәрби державаға әүерелде. Ҡытай, Ҡушма Штаттар менән Рәсәйҙән ҡала, өсөнсө хәрби һәм хәрби-сәнәғәти дәүләт булып өлгөрҙө. Ошоноң менән бергә хәрби ҡеүәтенең бәғзе өлөштәрендә беҙҙең илде уҙып китте һәм хәрби потенциалын арттырыу йәһәтенән күберәк мөмкинлектәргә эйә. ҠХР-ҙың тышҡы сәйәси йүнәлеше 2013 йылдан үҙгәрә башланы. Ул стратегик йәһәттән мөһим урындарҙа әүҙем, хатта агрессив төҫ ала. 2015 йылда ул сит илдә тәүге хәрби базаһын асты. Дэн Сяопин мираҫ итеп ҡалдырған ығыш тышҡы сәйәсәт тарихҡа ҡалып бара.
Әлбиттә, хәҙерге донъяның өс гиганты – Америка Ҡушма Штаттары, Ҡытай Халыҡ Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы – араһындағы ҡапма-ҡаршы тороу процесы аҡрын буласаҡ. Әүәлгесә сауҙа һәм төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек дауам итәсәк. Тарихсылар раҫлауынса, Ҡытай бүтән илдәргә ҡарата ҡоласлы агрессияға бармаған. Ул асыҡтан-асыҡ агрессиянан тауыш-тынһыҙ, янъялһыҙ, аҙымлап ҡына бойомға ашырыла торған экспансияны өҫтөн һанай. Беҙ хәҙерге донъяла ла быға шаһитбыҙ. Ҡытай байлығын да, ҡеүәтен дә күрһәтергә ашыҡмай. “Аҡылдың ҡәҙере – әҙәп менән, байлыҡтың ҡәҙере – йомартлыҡ менән, ҡеүәттең ҡәҙере – баһадирлыҡ менән”. Американдарҙы белмәйем, иллә-мәгәр ошо һүҙҙәрҙе әйтеүсе Ҡытайҙы күҙ уңында тотманымы икән?