Ошо көндәрҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Тәтешле районы халҡы менән осрашыу үткәрҙе. Әлбиттә, форсат сыҡҡанда төбәк етәксеһенә һорау бирергә, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе белдерергә теләүселәр күп булды – осрашыуға тәтешлеләр генә түгел, күрше райондарҙа йәшәүселәр ҙә килгәйне.
Түбәнге Балтас ауылында йәшәүсе пенсионер, атҡаҙанған малсы Фәниә Ғарифйәнова күптәрҙе борсоған мәсьәләне күтәрҙе: район үҙәгенән алыҫта урынлашҡан ҙур ауылда медицина хеҙмәте күрһәтеүсе амбулатория юҡ, физик процедуралар, массаж кеүек һаулыҡ нығытыусы ғәмәлдәр хаҡында хыялланырға ғына ҡала. Рөстәм Зәки улы ауылда белем һәм мәҙәниәт усаҡтарының эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды, амбулатория асыу мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә тырышасаҡбыҙ, тип белдерҙе.
Күперҙәр төҙөү, газ үткәреү, йылға үҙәндәрен нығытыу – төбәк халҡын, нигеҙҙә, көнитмешкә бәйле мөһим мәсьәләләр борсой. Киләсәктә улар менән тейешле ведомстволар шөғөлләнәсәк.
Башҡортостан Президенты Тәтешле, Асҡын, Балтас, Ҡалтасы, Борай, Яңауыл, Краснокама райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары менән осрашыуҙа ла ошо мәсьәләләрҙе һыҙыҡ өҫтөнә алды. Был яҡтарҙа халыҡтың, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, етешерәк йәшәүен, иркен, күркәм йорттар төҙөүен билдәләп үтте. Шулай ҙа халыҡтың власть органдарына һорауҙары күп әле. Уларҙы бер көндә генә хәл итеп булмай, барыһы ла финанс мәсьәләһенә бәйле. Бюджеттан муниципалитетҡа бүленгән аҡсаның бер өлөшө генә килеп етеүе, ә ауыл биләмәләренә бөтөнләй бер ни ҙә тәтемәүе, әлбиттә, дөрөҫ түгел. Шуға күрә властың түбәнге ҡатламы вәғәҙәләр менән мауығырға түгел, ә аныҡ эштәр менән шөғөлләнергә тейеш, тип билдәләне республика етәксеһе.
– Кешеләрҙең ихтыяжы көндән-көн арта бара, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы берҙә беҙ уларҙың үҫеше артынан өлгөрә алмайбыҙ. Халыҡта власҡа ҡарата ышанмаусанлыҡ ошонан килә, – тине Рөстәм Зәки улы.
Йәмғиәттәге хәлде үҙгәртеү өсөн, әлбиттә, ваҡыт талап ителә. Шулай ҙа ҡайһы бер мәсьәләләргә бөгөндән үк тотонорға мөмкин. Һуңғы ваҡытта Башҡортостанда тормошҡа ашырыла башлаған төрлө республика программалары ла проблемаларҙы системалы хәл итеүгә йүнәлтелгән. Улар ауыл-ҡасабаларҙы, ҡалаларҙы төҙөкләндереүгә, газ үткәреү, һыу менән тәьмин итеү кеүек мөһим мәсьәләләргә ҡағыла. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөү һәм ремонтлау кеүек проблемалар ҙа – оҙайлы проекттарҙың береһе. Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, республикала ундай пункттарҙың һаны ике меңгә етә, уларҙың өстән бер өлөшө ремонтҡа яраҡһыҙ – яңы биналар төҙөү фарыз. Йәмәғәтселекте борсоған тағы бер мөһим мәсьәлә – балалар баҡсаһы менән тәьмин итеүгә килгәндә, киләһе йыл Башҡортостанда биш тиҫтәнән ашыу яңы баҡса сафҡа индереләсәк, тимәк, 8 меңгә яҡын балаға урын буласаҡ.
Осрашыуҙа шулай уҡ ауылда халыҡҡа эш урындары булдырыу, ошо йәһәттән ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү буйынса бәләкәй предприятиелар асыу тураһында әйтеп үтелде. "Биш йөҙ ферма" проектына ла ҙур өмөт бағлана: ул ауыл халҡын заманса шарттар булдырылған лайыҡлы эш урындары менән тәьмин итәсәк, республиканы иһә һөтсөлөк тармағы буйынса алдынғылар рәтенә сығарасаҡ.
Г. САЛАУАТОВА.