“Ыҙғыш алмаһы” кем ҡулында?02.05.2017
“Ыҙғыш алмаһы” кем ҡулында? Һуңғы осорҙа террор хәүефе донъя проблемалары араһында беренсе урынға сыҡты. Яңыраҡ Санкт-Петербургта булған ҡот осҡос хәл быны тағы бер тапҡыр раҫлай. Нилектән ошондай йыртҡыслыҡ күренештәре йышайҙы? Бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең күпләп ҡорбан булыуы ни өсөн террорсыларҙы һис борсомай? Ә ниңә элегерәк улар юҡ ине тиерлек? Нисек быға ҡаршы торорға?
Түбәндәге мәҡәләлә ошо өлкәләге белгестәр Владимир Овчинский менән Елена Ларина террорсылыҡтың беҙҙең заманда киң таралыу сәбәптәрен атай. Белгестәрҙең тәүгеһе – Интерполдың Рәсәй бюроһы етәксеһе, Рәсәйҙең эске эштәр министры кәңәшсеһе, юридик фәндәр докторы, милиция генерал-майо­ры, “Изборск клубы”ның даими ағзаһы. Икенсеһе – мәғлүмәт технологиялары даирәһендәге эшҡыуар, конкурентлы разведка практиктары йәмғиәте ағзаһы, Мәғлүмәт системалары академияһы уҡытыусыһы, “Изборск клубы” ағзаһы. Был клубҡа 2012 йылда Псков өлкәһенең Изборск ҡалаһында нигеҙ һалынған, ойоштороусылары – дәүләтселек һәм илһө­йәрлек йүнәлешендә фекерләгән билдәле сәйәсмәндәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре.
1. Донъя иҡтисады үҙгәрә
Яҡын киләсәктә иҡтисади үҫештең һүлпәнәйеүе көтөлә. Иң хәлле илдәр эшселәр һанын кәметергә мәжбүр буласаҡ, етештереүсәнлекте теләгәнсә үҫтерә алмаясаҡтар. “G7” илдәре 2008 –2009 йылдарҙағы иҡтисади көрсөктән һаман тулыһынса арынманы әле, уларҙың бөтәһенең дә бурысы ҙур, ҡулланыу тауарҙарына ихтыяж бик аҡрын арта. Иҡтисади үҫештең һүлпәнәйеүе алдынғы дәүләттәрҙә социаль көсөргәнешлекте арттырасаҡ, ә үҫеп килгән илдәрҙә хәйерселекте көсәйтәсәк.
Технологиялар үҫеште тиҙләтә, ләкин ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы ла арттыра. Ул шулай уҡ айырым дәүләттәге һәм халыҡ-ара кимәлдәге иҡтисади ярышта еңеп сыҡҡандар менән еңелгәндәр араһында дошманлыҡ барлыҡҡа килтерә. Автоматлаштырыу һәм яһалма аҡылға нигеҙләнгән техника эш урындарын кәметергә мәжбүр итә, алдынғы илдәр миграция ағымына элекке кеүек ныҡ мохтажлыҡ кисермәй башлай.
2. Идара итеү ауырлаша
Халыҡ дәүләттән хәүефһеҙлек һәм үҫеш талап итә, ләкин килемдәрҙең юғары булмауы, ышанмау тойғоһо, төрлө төркөмдәрҙең мәнфәғәте бер-береһенән айырылыуы хөкүмәттең эшмәкәрлегенә ҡамасаулай. Технологиялар хәҙер сәйәси эште тотҡарлау йәки урап үтеү мөмкинлеге лә бирә. Дөйөм кешелек мәнфәғәттәрен көйләү ауырлаша, дәүләткә буйһонмаған ойошмалар һәм бәләкәй төркөмдәр менән дә иҫәпләшергә тура килә, һөҙөмтәлә күп илдәр идара итеү һәм яраштырыу буйынса халыҡ-ара системанан айырым мәсьәлә­ләр­ҙе ваҡиға үҙенсәлегенә ҡарап хәл итеүгә күсә.
3. Ыҙғыштарҙың тәбиғәте ҡатмарлаша
Көслө дәүләттәрҙең мәнфәғәттәре айырымланыуы, көсһөҙ дәүләттәрҙә оҙаҡ йылдар тотороҡлолоҡ булмауы, емерткес тех­нологияларҙың киң таралыуы арҡаһын­да ыҙғыштар тыуыу ихтималлығы арта бара. Емереү һәм үлтереүҙе маҡсат итеп ҡуйған ойошмалар барлыҡҡа килеүе ғәҙәти хәлгә әйләнә. Улар алыҫҡа барып етә алмаған юғары аныҡлыҡтағы ҡоралға, һәр төрлө инфраструктураға үтеп инергә һәләтле кибер һәм робот ҡорамалдарына эйә. Алдағы ике-өс тиҫтә йылда кибератака һәм экстремаль һауа шарттары тыуҙырыу кеүек һөжүмдәр иң хәүефле­ләре булыр тип көтөлә.
Демографик үҙгәрештәрҙең эшкә һәләт­лелеккә, социаль тәьминәткә һәм социаль тотороҡлолоҡҡа йоғонто яһауы ихтимал. Байҙар донъяһы ҡартая, ә күпселекте тәш­кил иткән фәҡирҙәр донъяһы, киреһенсә, йәшәрә. Хеҙмәт хаҡы һәйбәт тип иҫәп­ләнгән эш урыны табыу ауырлашҡандан-ауырлаша, шул уҡ ваҡыт­та технологиялар хеҙмәт баҙарын емерә. Технологиялар айырым кешеләргә һәм ҙур булмаған төркөмдәргә халыҡты бергә туплау мөмкинлеген бирә. Шуның менән бергә рухи ҡиммәттәр, милләтселек һәм дин халыҡтарҙы айыра ғына.
Демократия үҙенән-үҙе ҡабул ителергә тейешле күренеш тип баһаланыуҙан туҡтай. Уны һаҡлап ҡалыу өсөн көрәшергә тура киләсәк. Халыҡ-ара кимәлдә властың айырым элиталы төркөмдәр ҡулында туп­ланыуы ҙур проблемаларҙы хәл иткәндә халыҡтарҙың бергәләп хәл итеүенә ҡамасаулаясаҡ.
Һуғыш хәрәкәттәре элекке хәрби бәрелештәргә оҡшамай башлаясаҡ. Тыл менән фронт, дәүләт ғәскәре менән башҡа төрлө ҡораллы төркөмдәр араһындағы айырма юҡҡа сыға барасаҡ.
4. Йәштәрҙең нисбәте арта
Ҡайһы бер Африка һәм Азия илдәрендә киләсәктә халыҡтың уртаса йәше 25 тирәһендә буласағы күҙаллана. Улар иҫәбендә – Сомали, Пакистан, Афғанстан, Ираҡ һәм Йәмән. Был дәүләттәрҙә тыуым кимәле бик юғары. Уларҙың күпселегендә идара иткән режимдар һаулыҡ һаҡлау һәм социаль ярҙам тармаҡтарын үҫтереү өсөн бер нимә лә эшләмәй йәки үтә аҙ эшләй. Хәйерселек ғәҙәти күренеш булғанлыҡтан, ошо илдәрҙә енәйәтселек тә киң таралған, тимәк, уларҙың террорсылар һәм наркомафия төркөмдәрен тулыландырып тороуы ла бик ихтимал.
5. Миграция әүҙемләшә
Киләһе ике-өс тиҫтә йылда ла миграцияның әүҙем булыры көтөлә. Кешеләр иҡтисади яҡтан отошлораҡ урын эҙләй, һуғыш урынынан, бөлгөнлөккә дусар ителгән төбәктәрҙән ҡаса. 2015 йылда 310 миллион кешенең башҡа илдәргә күсенгәне билдәле, йәғни донъялағы һәр 112-се кеше – мигрант. Күптән түгел Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы фәҡирлек кимәлен көнөнә ике доллар тип билдәләгәйне, ләкин тиҫтәләрсә миллион кеше ошо кимәлгә лә етә алмай. Илдәр араһындағы бәйләнештәр киң һәм әүҙем булыуҙан файҙаланып, был кешеләр фәҡирлектән ҡотолоуҙың теләһә ниндәй юлын да ҡулланырға әҙер. Ундай мигранттарҙың бер өлөшөнөң террорсылар һуҡмағына баҫыуы ла бар.
6. Вәкәләтле власть көсһөҙәйә
Халыҡ-ара дини-сәйәси ойошмаларҙың, “күләгәләге” банктарҙың, енәйәтсел төркөмдәрҙең һәм кешеләрҙе бер ҡайҙа ла теркәлмәгән эш урындарына йәлеп итеүселәрҙең әһәмиәте артасаҡ. Донъяның күпселек илдәрендә, шул иҫәптән алдынғы дәүләттәрҙә лә, коррупцияның көсәйеүе һәм ҡануниәттең насар үтәлеше арҡаһында халыҡта ризаһыҙлыҡтың да күбәйә башлауы күҙәтеләсәк.
Дәүләт менән халыҡ араһындағы ыҙғыштың, нигеҙҙә, шау-шыулы протес­тарҙан башланыуы ихтимал. Бразилия менән Төркиәлә, мәҫәлән, һуңғы осорҙа арта төшкән урта синыф вәкилдәре хөкүмәттең эшмәкәрлегенә шикләнеп ҡарай һәм дәүләт власын әүҙемерәк тәнҡитләй. Ә АҠШ-та, Канадала, Көнбайыш Европа илдәрендә фәҡирҙәр ҡатламы коррупцияға ла, йәмәғәт тормошондағы башҡа етешһеҙлектәргә лә күҙ йоморға мәжбүр, сөнки дотация­ларға һәм пособиеларға йәшәй. Урта синыф үҙе туплаған милектең һәм эшмәкәрлектең тейелгеһеҙ булыуын гарантиялауҙы талап итә, ләкин иҡтисади көрсөк, дәүләт бурысының арта барыуы властың уларҙың талаптарын үтәү мөмкинлеген сикләй. Бер үк ваҡытта илдәрҙең етәкселеге фәҡирҙәр синыфының матди хәлен элекке кеүек йылдан-йыл яҡшырта барыу форсатын юғалта. Был да ризаһыҙлыҡты көсәйтәсәк.
7. Юридик һәм сәйәси системалар технологик үҫештә артта ҡала
Дәүләт власының йәмғиәт тормошон ҡануни яҡтан көйләүе, сәйәси идара итеүе технологик үҫештән артта ҡала – был айырма көсәйә барасаҡ. Ошо иһә үҙ сиратында террорсылар һәм башҡа енәйәтселәрҙең ҡеүәтен арттыра. Дәүләт үҙенең милли сиктәрендә талап ителгән мәнфәғәттәрҙе генә ҡайғыртһа, коммерция маҡсатында эшләгән айырым ойошмалар сиктәрҙе танымай, донъяның теләһә ҡайһы төбәгендәге айырым фирмалар йәки кешеләр менән килешеү төҙөргә әҙер һәм камиллаша барған технологик мөмкинлек уларҙың эшмәкәрлеген контролдә тотоуҙы ауырлаштыра.
Мысыр, Ливия, Сүриә, Украина һәм башҡа тарафтарҙағы ыҙғыштар күрһәтеүенсә, бындай ваҡиғаларҙа бер-береһенә буйһонмаған һәм ниндәй маҡсат ҡуйыуҙары ла аңлашылмаған төркөмдәр күбәйә башлай. Ошондай төркөмдәрҙең ҡайһыһы халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлап баш күтәреүселәр, ҡайһыһы енәйәтселәр һәм террорсылар икәнен тиҙ арала төшөнөрлөк түгел. Был иһә ҙур державалар өсөн дә башты ауырттырған проблемаға әйләнә. Бында иң хәүефлеһе шул: ҙур булмаған башкиҫәрҙәр төркөмө лә халыҡты күпләп ҡырыу технологияһына эйә булырға мөмкин.
Ыҙғыштарҙың тәбиғәте лә киңәйер тип көтөлә: улар хәрби һәм дипломатик ҡаршылыҡтарҙан башҡа мәғлүмәт, психологик, иҡтисади һәм технология даирәләренә лә тараласаҡ. Киләсәк заман конфликттарында көсһөҙөрәк төркөмдәр, ғәҙәти һуғыш хәрәкәттәренән баш тартып, тыныс халыҡҡа һәм дошмандың хужалыҡ инфраструктураһын емереүгә йүнәлтелгән террор акттарына күсәсәк. Сүриәләге хәлдән күренеүенсә, хәрби ыҙғыштарҙы ойоштороусылар милли, дини, мәҙәни, иҡтисади һәм сәйәси төркөмдәрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡотортоу буйынса маҡсатлы эш алып бара. Был үҙ сиратында дәүләт һәм йәмәғәт институт­тарының көсөн юҡҡа сығара.
8. Күпләп юҡ итеүсе яңы ҡорал төрҙәре
Киләсәктә ядро ҡоралына ҡарамаған яңы күпләп юҡ итеү саралары барлыҡҡа киләсәк тип фараз итәләр. Был төрҙәрҙең ядро державалары араһындағы тотороҡ­лолоҡто юҡҡа сығарыуы бар. Ошо йүнәлештә биотехнологиялар һәм синтетик биология ҡаҙаныштарын ҡорал итеп файҙаланырға ынтылыу ҙур хәүеф тыуҙыра. Ундай ҡоралды халыҡ-ара контролдә тотоу ғәмәлдә мөмкин түгел, ә ҡеүәте буйынса ул ядро сараларынан ҡалышмай. Бындай ынтылыш террорсы ойошмаларҙа әле үк күҙәтелә.
Хәҙерге теләһә ниндәй технология ла күп йүнәлешле: бер үк механик өлөштәр, компьютер программалары һәм технологик яңылыҡтар гражданлыҡ тармаҡ­тарында ла, хәрби йәки террорсылыҡ маҡсаттарында ла файҙаланылырға мөмкин. Яңы технологияларҙың күбеһенә киң сауҙа баҙарында дәүләткә ҡарағанда ла тиҙерәк эйә булыу форсаты бар.
“Ыҙғыш алмаһы” кем ҡулында?


Вернуться назад