Еңеүҙәрегеҙ бәрәкәтле булһын!05.04.2012
4 апрелдә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов боҙҙа мотоуҙыш буйынса һигеҙ тапҡыр донъя чемпионы Николай Красников менән осрашты.
Республика башлығы спортсыны еңеү менән ҡотланы һәм төбәктә мотоспортты үҫтереү перспективаларын тикшерҙе. “Әүҙем спорт эшмәкәрлеген дауам иткән өсөн һеҙгә рәхмәт әйтергә теләйем. Һөҙөмтәләрегеҙ, еңеүҙәрегеҙ менән беҙҙе тағы ла оҙағыраҡ ҡыуандырһағыҙ ине”, — тине Рөстәм Хәмитов спортсыға.
Хәтерегеҙгә төшөрәйек: Николай Красников Швецияның Упсала ҡалаһында үткән 47-се шәхси донъя чемпионаты этабында йыйылған мәрәйҙәр буйынса еңеү яулағайны.
Л. ДӘҮЛИЕВА.