Тотороҡлолоҡто һаҡлау хаҡына01.12.2011
Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Владимир Путин Дәүләт Думаһында “Берҙәм Рәсәй” партияһы фракцияһы вәкилдәре менән осрашты. Владимир Владимирович уларҙың үткән дүрт йылдағы эшмәкәрлеген бик юғары баһаланы.
Владимир Путин билдәләүенсә, ошо ваҡыт эсендә граждандарҙың хеҙмәткә хоҡуғын нығытыуға йүнәлтелгән күп закон ҡабул ителде, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса ҡәтғи талаптар ҡуйылды. Шулай уҡ социаль өлкәгә лә етди иғтибар бүленде: дарыуҙарға, мотлаҡ медицина страховкаһына, табиптар, уҡытыусылар һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн торлаҡ төҙөүгә ҡағылышлы ҡанундар камиллаштырылды.
— Фракция бик әүҙем эшләне. Тәүге урынға ил граждандары мәнфәғәтен ҡуйҙығыҙ. Эштең артабан да шулай булырына ышанам, — тине Владимир Путин. — Башланған ыңғай үҙгәрештәрҙең күсәгилешлелеген һаҡлау — хәҙерге төп бурыс. Был эш өс принципҡа таяна. Беренсеһе — ғәмәлдәге барлыҡ программа һәм проекттарҙың социаль әһәмиәтле булыуы. Икенсеһе — яуаплы, үлсәнгән бюджет сәйәсәте. Өсөнсөһө — мөһим закон сығарыу инициативаһы буйынса киң йәмәғәтселек менән фекер алышыу.
Дәүләт Думаһына депутаттар һайлауға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Был мөһим сара алдынан “Берҙәм Рәсәй” партияһы ил президенты вазифаһына үҙ кандидаты итеп Владимир Путинды күрһәтеүен белдерҙе.
Йәмғиәттә киләһе йыл мартта буласаҡ һайлау кампанияһына ҡарата ҡыҙыҡһыныу, һис шикһеҙ, ҙур. Был йәһәттән ҡайһы бер эксперттарҙың фекерҙәрен белештек.

Альберт МИФТАХОВ, политолог:
— Ил президенты вазифаһына кандидат итеп Владимир Путинды тәҡдим итеү, минеңсә — бик төплө уйланылған аҙым. Беренсенән, илдә үҫеш тотороҡло, киҫкен боролоштарһыҙ дауам итә. Икенсенән, һуңғы арала халыҡ-ара майҙанда Рәсәйгә ҡарата ниндәйҙер ҡыҫымдар, ҡурҡытыуҙар башланды. Ә Путиндың абруйы ҙур. Ғөмүмән, ниндәй генә рейтингты алып ҡарама, Владимир Владимировичтың исеме башҡа етәкселәрҙекенән күп баҫҡысҡа өҫтәрәк. Шуныһын иҫтән сығармайыҡ: Путин менән Медведев — бер команда, улар партнерҙар, берҙәм эшләйҙәр. Ғөмүмән, партия һәм Халыҡ фронты һайлауға кандидат тәҡдим итер алдынан кемдең мөмкинлеге ҙурыраҡ булыуын күҙ уңында тотҡан.

Әхтәр БОҪҠОНОВ, политолог:
— Был тәҡдимде, һис шикһеҙ, ыңғай күренеш тип иҫәпләйем. Нисек кенә булмаһын, Владимир Путиндың шәхесе илебеҙ тотороҡлолоғоноң үҙәгендә тора, ниндәйҙер баланс булдыра. Илдә, ғөмүмән, әле тотороҡлолоҡ урынлашҡан һәм уны тамырынан үҙгәртеү кәрәкмәй. Республикабыҙ өсөн дә был ыңғай булыр ине, тип күҙаллайым. Путиндың бит бер ҡасан да федерализмға ҡаршы килгәне юҡ, тимәк, беҙгә милли республика булараҡ бөтә яҡлап та үҫешеү өсөн мөмкинлектәр күп.
Ә. ИЛДУСОВА әҙерләне.


Вернуться назад