Күктә лә – беҙҙекеләр!18.04.2017
Рәсәйҙең яңы хәрби вертолетының тиҙлеге сәғәтенә 500 саҡрым буласаҡ. Ул заманса радиоэлектрон ҡорамалдар, навигация приборҙары менән йыһазландырыласаҡ.
Бөгөн Миль исемендәге Мәскәү вертолет заводының конструкторҙары тиҙ осоусы вертолет эшләү менән мәшғүл. Уның тиҙлеге әлегә тиклем билдәле булған вертолеттарҙыҡынан 1,5 тапҡырға артып, сәғәтенә 400 – 500 саҡрым тәшкил итәсәк.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: былтыр көҙ һынау үткән киләсәк вертолетының тиҙлеге сәғәтенә 405 саҡрым булғайны. Белгестәр әйтеүенсә, яңы вертолет өсөн был тиҙлек сик түгел. Шулай ҙа “тимер ҡош” тураһында әлегә күп һөйләмәйҙәр. Ләкин уның Ми-24 нигеҙендә төҙөлөүе мәғлүм.
“Күк карабы” сәпте табыу һәм юҡ итеү өсөн төндә күреү приборҙары, теле-системалар, ракеталарҙан, радарҙарҙан һаҡланыу ҡорамалдары менән ҡоралландырыласаҡ.