Мәкерҙең халыҡты һәм хаҡлыҡты еңгәне юҡ18.04.2017
Кешелек дошмандары һуғыштың иң мәкерле һәм аҫтыртын ысулын ҡуллана. Ер шарының әле теге, әле был төбәгендә халыҡты ҡан илатып, ҡот осҡос шартлауҙар арҡаһында һәләкәткә тарыусылар һаны артҡандан-арта бара. Мәктәптән ҡайтып килгән баламы ул, яңы тыуған сабыйын күтәргән әсәме, тәүге тапҡыр бер-береһенә мөхәббәт һүҙҙәре әйткән ғашиҡтармы – береһен дә аяп тормай ҡара йәнле вәхшиҙәр ҡорған “тоҙаҡ”.
Һуңғы өс-дүрт йыл эсендә генә лә террорсылар ҡанлы ҡулын Рәсәйҙең күп кенә төбәгенә һуҙырға өлгөрҙө. Махачкалала, Грозныйҙа, Мәскәүҙә булған фажиғәләр һалған яра уңалырға ла өлгөрмәне, күптән түгел Санкт-Петербург ҡалаһындағы шартлау йөрәктәрҙе телеп үтте.
Тағы ҡайғылы хәбәр. 9 апрелдә Египеттың Танта ҡалаһындағы сиркәүҙәге шартлау һөҙөмтәһендә 30 кешенең ғүмере ҡыйылды, 50 кеше ҡаты яраланды.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Египет халҡының ҡайғыһын уртаҡлашып, мөрәжә­ғәтендә: “Дини байрам барған мәлдә ҡылынған енәйәт үҙенең ҡанһыҙлығы менән хайран итә. Күрәһең, террорсылар халыҡты ҡурҡытып ҡалырға ғына түгел, төрлө конфессиялар араһында дошманлыҡ уты һалырға теләй”, — тине.
Эйе, шомло һәм ҡурҡыныс һуғыш бара. Террорсылар арттан шым ғына килеп, бысаҡ ҡаҙарға, халыҡтың ҡотон алырға самалай. Нисек кенә булмаһын, мәкерҙең хаҡлыҡты һәм халыҡты еңгәне юҡ әле. Террорҙың ҡанлы хәнйәре ул вәхшиҙәрҙең үҙ боғаҙына терәлер бер көн.


Вернуться назад