Башҡортостан Хөкүмәтенең элекке Премьер-министры Раил Сарбаев дәүләт мөлкәтен туҙҙырыуҙа ғәйепләнә, тип хәбәр итә “Волга буйы Интерфаксы” агентлығына Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса Тәфтиш идаралығы етәксеһенең өлкән ярҙамсыһы Светлана Абрамова.
“Дүшәмбе Р. Сарбаевҡа ҡарата Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 160-сы статьяһы буйынса бюджет аҡсаһын туҙҙырыу хаҡында ғәйепләү эше асылды”, — тине ул.
Тимәк, тәфтиш органдары 49 йәшлек элекке чиновникка ҡарата ошо уҡ Кодекстың 285-се статьяһы буйынса (Рәсәй Федерацияһы субъектының дәүләт вазифаһын биләүсе кеше тарафынан вазифа вәкәләттәрен уҫал ниәт менән файҙаланыу) тәүге тапҡыр сығарылған хөкөм эше башҡаса квалификацияланған, тип аңлатма бирә идаралыҡ вәкиле.
“Р. Сарбаевҡа хөкөм эше яҙма рәүештә тапшырылды, уның менән танышты, ләкин ғәйебен таныманы һәм күрһәтмә биреүҙән баш тартты”, — тип белдерҙе Светлана Абрамова.
“Интерфакс”.