Ошо көндәрҙә республикаға Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин килеп ҡайтты. Ул тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре тәү сиратта хәл итәһе мәсьәләләргә арналған ултырыш үткәрҙе. Хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡылынған законһыҙ ғәмәлдәр тураһындағы ғаризаларҙы ентекле тикшерергә бойорҙо, һуңынан халыҡты ҡабул итте.
Мөрәжәғәттәр нигеҙендә ике енәйәт эше асылған. Уларҙың береһе үҙ-үҙенә ҡул һалыусы кешегә ҡағылһа, икенсеһе сифатһыҙ медицина хеҙмәтләндереүенә ҡайтып ҡала. Александр Бастрыкин республиканың төрлө төбәктәренән килгән – 74, уның урынбаҫары Василий Пискарев 27 кешене ҡабул иткән, ҡалғандарын тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәре тыңлаған. Ҡабул итеүгә инә алмағандарҙың ғаризаларын алып ҡалғандар, уларҙы Александр Бастрыкин тиҙ арала шәхсән үҙе ҡарап сығасағын белдергән. Ялыуҙарҙың күпселеге хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре ҡабул иткән ҡарар һәм гражданлыҡ, енәйәт эштәре буйынса суд ҡарарҙарына ҡағылған. Уларҙың артабанғы яҙмышын Рәсәйҙең Тәфтиш комитеты рәйесе шәхси контроленә алған. Бастрыкин менән шәхсән осрашырға теләүсе бер ағай Бүздәк районынан килгән. Ул ун йыл “Курасково технологик транспорт идаралығы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләгән. Былтыр майҙа ойошма ябылған, ләкин бындай осраҡта түләнә торған компенсация 155 кешенең береһенә лә түләнмәгән. Биш ай дауамында улар уртаса эш хаҡын алып торорға тейеш булған. 2005 йылдан башлап эш хаҡын да еткерә түләмәгәндәр. Суд эшселәр иҫәбенә 23 миллион һум күсереү тураһында ҡарар ҡабул иткән, ләкин ойошманың етәкселәрен табып булмай. Элекке директор үҙенең өлөшөн Һамар өлкәһендә йәшәгән ҡатынға һатҡан. Уны хоҡуҡ һаҡсылары таба алмай. Предприятие теркәлгән адрес буйынса аҙыҡ-түлек магазины эшләй, Өфө районындағы Курасково тураһында бында ишетеп белеүсе лә юҡ. Ҡаза күреүселәр төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеп ҡараған, тик уларҙың яуабы бер: ойошма теркәлгән Һамар өлкәһенә мөрәжәғәт итегеҙ. Ошо ҡуласала 155 кеше әйләнә, эштең осо-ҡырыйы күренмәй. Әле ҡабул итеүгә килгән ағай ҙа Бастрыкинға мөрәжәғәт итеү эште тиҙләтер тип өмөтләнә.
Баш ҡалала йәшәүсе оло ғына ханым фатир өсөн көрәшә. Бынан бер нисә йыл элек ул бер туған ҡустыһына фатир бүләк иткән. Ҡустыһы ваҡытһыҙ вафат булғас, фатирҙың икенсе кеше ҡулына күсеүе асыҡланған. Баҡһаң, “ҡара риэлторҙар”, ирҙең ышанысына инеп, васыятнамә яҙҙырып алырға өлгөргән. Ләкин судта ҡатын үҙенең хаҡлы икәнен бер нисек тә дәлилләй алмай. Был осраҡта Рәсәйҙең тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкинға һуңғы өмөтөн бағлай ул.
Шулай итеп, сиратта торған кешеләрҙең һәр береһенең – үҙ фажиғәһе, үҙ ҡайғыһы, үҙ хәҡиҡәте.
Ут күршеләребеҙ Татарстан Республикаһында булған фажиғәле хәлдән һуң, хоҡуҡ һаҡлау системаһы эшенә ҡарата иғтибар көсәйҙе. Был йәһәттән Александр Бастрыкин һәм ул
етәкселек иткән комитет айырыуса ныҡышмалы эшләй. Ҡазандан һуң Тәфтиш комитеты рәйесе Екатеринбург ҡалаһында ултырыш үткәргән, дәғүәләре булған кешеләрҙе ҡабул иткән. Бындай осрашыуҙар Рәсәй ҡалаларының күбеһендә үтәсәк.
Л. ҒАФАРОВА.