Ҡабаттан ышаныс күрһәтелде04.04.2017
Рөстәм Мусин Мишкә районы хакимиәте башлығы итеп ҡайтанан һайланды. Муниципаль район Советы үҙенең ултырышында ошондай ҡарар ҡабул итте. Яңы хакимиәт башлығы был вазифаны 2020 йылдың сентябренә тиклем биләйәсәк.

Район хакимиәте башлығы вәкәләттәре килешеү ваҡыты тамамланыуға бәйле туҡтатылғайны. Вазифаға конкурста өс кандидат – башлыҡ бурыстарын башҡарған Рөстәм Мусин, Мишкә юл ремонтлау-төҙөү идаралығы начальнигы Евгений Кузнецов, хакимиәттең төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү бүлеге етәксеһе Вячеслав Шахмадеев ҡатнашты.


Вернуться назад