Тәҡдимдәр ҡабул ителә04.04.2017
Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының вәкәләттәр ваҡыты тамамланыуға бәйле һәм “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 22, 23-сө статьяларына, Башҡортостан Республикаһының Һайлау тураһындағы кодексының 21, 22-се статьяларына ярашлы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған 12 ағза иҫәбендә яңы составтағы Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы төҙөлә.
Яңы составтағы Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһына кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ошо белдереү рәсми баҫылып сыҡҡандан алып 30 көн эсендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46), Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай (Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46) тарафынан ҡабул ителә.