Күмәкләп тырышҡас04.04.2017
Быйыл Башҡортостанда “Реаль эштәр” проектын тормошҡа ашырыуға төбәк ҡаҙнаһынан 152,8 миллион һум йүнәлтеү ҡарала. Проектты тормошҡа ашырыу йомғаҡтары һәм 2017 йылға пландар буйынса үткәрелгән матбуғат конференцияһында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Бюджет, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш комитеты рәйесе Рузалия Хисмәтуллина ошо турала белдерҙе.

Урындағы бюджеттарҙан һәм шәхси инвес­торҙарҙан бүленгән аҡса күләме 10 апрелдән һуң, муниципалитеттарҙа халыҡтан наказдар йыйылғас, асыҡланасаҡ.
Былтыр граждандарҙың 895 теләге ҡәнәғәт­ләндерелгән. Был йәһәттән Илеш, Балтас, Баймаҡ райондары ҙур әүҙемлек күрһәткән. Республикала 180-гә яҡын һыу бүлеү һәм канализация селтәре тәртипкә килтерелгән, шуларҙың 19-ы – Балтас районында. Илеш һәм Миәкә райондарында берәр объектҡа ғына аҙыраҡ. Ауыл клубтары яңырҙы, спорт майҙансыҡтары, велосипед юлдары, саңғы трассалары барлыҡҡа килде. Проектты тормошҡа ашырыу барышында мәктәптәргә, балалар баҡсаларына, йәйәүлеләр юлына айырым иғтибар бирелде.
Проект республика һәм муниципаль ҡаҙна аҡсаһы иҫәбенә финансланды. Әүҙем бағыусылар ҙа, граждандар ҙа ситтә ҡалманы. Былтыр проектҡа төбәк бюджетынан 152,8 миллион һум, муниципаль ҡаҙнанан – 65 миллион, айырым граждандарҙан 12,1 миллион һум аҡса бүленгән.



Вернуться назад