31 мартта иһә Рөстәм Хәмитов Күгәрсен һәм Мәләүез райондарында булып ҡайтты.
Күгәрсендә эш сәфәре Мәҡсүт ауылынан башланды. Бында республикалағы берҙән-бер йәнлек үрсетеү фермаһы урынлашҡан. "Октябрьский" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2005 йылда ойошторолған, әммә ҡиммәтле тиреле йәнлек үрсетеү һәм уларҙың тиреһен эшкәртеү менән быйылдан ныҡлап шөғөлләнергә ниәтләйҙәр. Әлеге ваҡытта махсус ситлектәрҙә 125 төлкө, 625 аҡ төлкө, 600 кеш аҫрала, тиҙҙән 1200 баш шәшке ҡайтарасаҡтар. Яңы йүнәлеште үҫтереү өсөн предприятие тарафынан 150 миллион һум аҡса һалынған, киләһе өс йылда хужалыҡты ҙурайтыу өсөн тағы ла 400 миллион һум талап ителә. Йәнлек үрсетеү фермаһы проект ҡеүәтенә 2018 йылда өлгәшәсәк тип күҙаллана, йәнлектәрҙең һанын 40 мең башҡа еткермәкселәр. Был, үҙ сиратында, йылына 200 мең дана ҡиммәтле тире етештереү мөмкинлеген бирәсәк.
Мәҡсүт – ҙур ауыл. Бында үткән быуаттың 40-сы йылдарында уҡ ауыл дауаханаһы ойошторолған, әлеге ваҡытта 20 урынлыҡ учреждение "амбулатория" исемен йөрөтә. Рөстәм Хәмитов, медицина ярҙамы күрһәтеү учреждениеһының мөмкинлектәре менән танышҡандан һуң, белгестәр һәм пациенттар менән аралашты, ауылда һуңғы йылдарҙа демографик хәлдең насарайыуына ҡарата борсолоу белдерҙе.
Рөстәм Зәки улы һөйөнөслө хәбәр килтереүен еткерҙе: "Ауыл табибы" федераль программаһына ярашлы районға эшкә ҡайтҡан өс йәш белгескә, республикала тәүгеләрҙән булып, 1 миллион һум күләмендәге сертификат тапшырылған, уға өҫтәп республика ҡаҙнаһынан 100 мең һум ярҙам күрһәтеләсәк.
Артабан Рөстәм Хәмитов Мәләүез ҡалаһында булды һәм Вокзал урамындағы 8-се йортто реконструкциялау барышы менән танышты. 2009 йылда милек хужаларының ризалығы менән ике ҡатлы йортҡа өҫтәмә ике ҡат төҙөлә башлаған, әммә әлегәсә төҙөлөш эштәре тамамланмаған.
Республика етәксеһе төҙөлөш технологияһы менән ҡыҙыҡһынды. Атап әйткәндә, Мәләүездәге йортта тимер каркастар ҡулланылған, өҫтәмә ҡаттарҙа майҙаны 49 – 60 квадрат метрҙы тәшкил иткән 12 ике бүлмәле фатир төҙөлгән. Әйтеүҙәренсә, 1 майға тиклем эште тамамларға ниәтләйҙәр, унан һуң йорттоң иҫкергән коммуналь инфраструктураһы һәм тәүге ҡаттарҙағы тәҙрәләре алмаштырыласаҡ.
Г. БАЛТАБАЕВА.