Халыҡ яҡшыраҡ йәшәйәсәк03.04.2012
30 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында булды.
Төбәк етәксеһе “Приют” спорт-һауыҡтырыу комплексында йәш спортсыларҙың йөҙөү буйынса сығыштарын ҡараны. Яңы сафҡа индерелгән бассейн көнөнә 160 кешене ҡабул итә ала. Рөстәм Хәмитов шулай уҡ тренажер һәм дзюдо залдарын ҡарап сыҡты, төҙөлөш эштәренең юғары сифатын билдәләне.
Бассейнды асыу тантанаһында сығыш яһап, Башҡортостан Президенты, быйыл Приютта боҙ майҙансығы төҙөлөшө башланасаҡ, тип белдерҙе. Ҡасабала был сираттағы спорт объекты буласаҡ.
— Кешеләр еңелерәк һәм яҡшыраҡ йәшәрлек итеп эшләргә кәрәк. Спорт, күңел асыу объекттары йәки торлаҡ йорттар даими сафҡа индерелһен ине. “Газпром” — уңышлы эшләгән компания, “Баштрансгаз” — ошо компанияның көслө подразделениеһы. Бергәләп беҙ тағы ла бик күп эштәр башҡара алырбыҙ, тип уйлайым, — тине республика башлығы.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ 28 ғинуарҙа Приют ҡасабаһында газ шартлауы һөҙөмтәһендә зыян күргәндәр өсөн күп фатирлы йортто төҙөү барышын тикшерҙе. Фажиғәлә 16 ғаилә торлаҡһыҙ ҡалғайны.
Башҡортостан Президентының бойороғо менән 31 ғинуарҙа яңы йорт һалына башланы. Объектты 15 майҙа файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Әле эш планға ярашлы бара — ҡыйығы ябыла, инженерлыҡ селтәрҙәре үткәрелә, эске яҡтан биҙәлә.
Рөстәм Хәмитов йорт хужаларына аварияға тиклемге күләмдән кәм булмаған торлаҡ майҙаны бирелеүен талап итте.
А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад