Хәүеф ҡайһы яҡтан янай?03.04.2012
Уҙған аҙнаның мөһим сәйәси ваҡиғаларының береһе булып Көньяҡ Кореяның баш ҡалаһы Сеулда Ядро хәүефһеҙлеге саммиты, Һиндостандың баш ҡалаһы Нью-Делиҙа БРИКС илдәре саммиты үтеүе торғандыр.

Хәүеф ҡайһы яҡтан янай?

26-27 мартта Сеулда донъяның 53 иле етәкселәре ҡатнашлығында Ядро хәүефһеҙлеге саммиты үтте. Унда ядро терроризмын булдырмау, атом бомбаһы эшләргә ынтылыусыларҙың мөмкин тиклем “ҡулын ҡыҫҡартыу”, ядро арсеналын хәүеф-хәтәрҙән, яуыз ниәтле бәндәләрҙән һаҡлау, халыҡ-ара хәүефһеҙлекте тәьмин итеү мәсьәләләре ҡаралды. Шуныһын ла билдәләп үтергә кәрәктер: Сеулдағы Ядро хәүефһеҙлеге саммиты тарихта икенсеһе булып тора. Тәүгеһе бынан ике йыл элек Вашингтонда булғайны. Был саммиттың барлыҡҡа килеү тарихын АҠШ президенты Барак Обама исеме менән туранан-тура бәйләргә мөмкин. Ноябрҙә АҠШ-та үтәсәк президент һайлауҙары алдынан Ядро хәүефһеҙлеге буйынса был сәйәси сара Барак Обаманың төп “кәрттәре”нең береһе булып тора ла инде. Саммиттың тап Сеулда үткәрелеүе осраҡлы хәл түгел, быны Көньяҡ Корея донъя йәмәғәтселегенән үҙе үк һорап алды тип әйтергә мөмкин. Ни өсөн тигәндә, Көньяҡ Корея ут күршеһе, ядро арсеналына эйә КХДР-ҙан хәүефләнә һәм донъя йәмәғәтселеге исеменән уларға йоғонто, баҫым яһарға ниәтләй. Апрель урталарында КХДР донъя йәмәғәтселегенә Ерҙең яһалма спутнигын осорасағын белдерҙе. Белгестәр фекеренсә, алыҫ аранан яһалма спутник менән баллистик ракетаны айырыуы бик ауыр, шуға ла КХДР яһалма спутник осороу һылтауы менән баллистик ракета осормай микән, тип хәүефләнәләр ҙә инде.
Ядро именлегенә килгәндә, Рәсәй элеккесә иң ҡеүәтле ядро арсеналына эйә ил булып тора. МАГАТЭ мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙең 11 мең дана, АҠШ-тың — 8,5 мең, Ҡытайҙың — 400, Францияның — 350, Бөйөк Британияның — 225, Пакистандың — 110, Һиндостандың — 100, Израилдең — 150, КХДР-ҙың 10 дана боеголовкаһы бар. Билдәле булыуынса, атом бомбаһына 1945 йылда иң башта АҠШ эйә була. 1949 йылда СССР ҙа ошо ҡурҡыныс ҡоралды эшләй. Тағы ла өс йылдан Бөйөк Британия атом бомбаһына уңышлы һынау үткәреүе хаҡында йәмәғәтселеккә еткерә. Һуңғараҡ был исемлекте Франция, Ҡытай, Һиндостан, Пакистан, Израиль кеүек илдәр тулыландыра. 2006 йылда КХДР ҙа атом бомбаһы эшләп, күрше-тирә илдәрҙе хәүефкә һалды. Заманында Көньяҡ Африка Республикаһы ла ядро арсеналына эйә булғайны һәм уны үҙе үк юҡ итте. Шулай уҡ Украина, Белоруссия, Ҡаҙағстан кеүек илдәрҙә элекке СССР-ҙың ядро зарядтары тороп ҡалғайны. СССР-ҙың берҙән-бер вариҫы булараҡ, улар был ҡоралды 1996 йылда Рәсәйгә тапшырҙы. Шулай итеп, әлеге мәлдә донъяла туғыҙ ил атом бомбаһы ҡоралына эйә. Әммә үҙ көсө менән атом бомбаһы эшләй алырлыҡ илдәрҙе лә билдәләп үтмәй булмай. Ундайҙар иҫәбенә Япония, Германия, Канада, Австралия, Швеция, Бельгия, Швейцарияны индерергә мөмкин.
ХХI быуат башында Ливия, Ираҡ кеүек илдәрҙе, халыҡ-ара килешеүҙе боҙоп, атом бомбаһы эшләргә маташыуҙа ғәйепләп килделәр. Был ике илдең яҙмышы ни менән бөткәне барыһына ла мәғлүм. Ираҡ диктаторы Саддам Хөсәйенде күптән дар ағасына аҫтылар, Ливия лидеры Муаммар Каддафи йыртҡыстарса үлтерелде. Тик был ике илдең береһендә лә атом бомбаһы табылманы. Бөгөн килеп Иранға ошондай һөжүм ойошторола. Йәғни Ислам республикаһын да атом бомбаһы эшләргә тырышыуҙа ғәйепләйҙәр. Тик Сеулда үткән саммитта Иран темаһы ситтә тороп ҡалды. Уның иғтибар үҙәгендә донъяның ике иле лидерҙары — Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев менән АҠШ президенты Барак Обаманың осрашыуы торҙо. Осрашыу барышында АҠШ-тың Европала ПРО системаһын урынлаштырырға тырышыу мәсьәләһе лә ситтә ҡалманы. Әммә был тәңгәлдә ике лидер уртаҡ фекергә килә алманы тип әйтергә мөмкин. Ни өсөн тигәндә, АҠШ тиҙ генә үҙ уйынан баш тартырға йыйынмай. Йәғни нисек булһа ла киләсәктә Польша менән Чехия биләмәһендә ПРО системаһын урынлаштырыу яғында. Ә Рәсәй быны үҙенә янау тип иҫәпләй һәм АҠШ-ты был уйынан дүндерергә тырыша. АҠШ иһә, ПРО системаһы Рәсәйгә түгел, ә ҡурҡыныс янаусы Яҡын Көнсығышҡа, Иранға тоҫҡаласаҡ, тип бара. Ошондай шарттарҙа ике яҡтың килешеүгә килә алмауы яңынан-яңы ҡоралланыуға, ҡайтанан “һалҡын һуғыш” йылдарына илтмәгәйе.

Долларҙан ситләшеүгә бер аҙым

28-29 мартта Нью-Делиҙа БРИКС илдәренең дүртенсе саммиты үтте. Был ойошмаға донъяның тиҙ үҫешә барыусы илдәре — Бразилия, Рәсәй, Һиндостан, Ҡытай һәм 2010 йылдан башлап Көньяҡ Африка Республикаһы инә. Тәүге саммит 2009 йылда Екатеринбург ҡалаһында булғайны. Йәғни был саммитҡа Дмитрий Медведев нигеҙ һалды тип әйтергә мөмкин. Тиҙ үҫешә барыусы биш илдең бергә берләшеүен ниндәйҙер кимәлдә Европа Советы илдәренә, АҠШ-ҡа ҡаршы тороусы бер көс тип ҡарарға кәрәктер. Әлбиттә, хәрби планда түгел, ә иҡтисади һәм сәйәси яҡтан. Ысынбарлыҡта БРИКС үҙе иҡтисади, тәбиғи һәм башҡа ресурстарға эйә. Мәҫәлән, был илдәр Ер шарында ҡоро ер майҙанының 30 процентын биләй, 42 проценты (2,83 миллиард) халыҡ шунда тупланған. Унан килеп донъя иҡтисадының эске тулайым продуктының 18 проценты улар иҫәбенә тура килһә, 2050 йылға был нисбәттең 50 процентҡа етәсәге күҙаллана. Шуға ЕС-тың да, АҠШ-тың да улар менән иҫәпләшмәй сараһы юҡ. Был илдәр, иҡтисади хеҙмәттәшлек итеүҙән тыш, бер-береһенә сәйәси теләктәшлек күрһәтеү, башҡа тарафтан хәүеф янаған осраҡта хәрби ярҙам итеү йәһәтенән дә берләшмәксе була. Улай ғына ла түгел, киләсәктә БРИКС-тың айырым Үҫеш банкын булдырыу күҙаллана. Быныһы һәр ваҡыт АҠШ “ҡурайына ғына бейеп торған” МВФ-ҡа (Халыҡ-ара валюта фонды) конкурент булыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Артабан доллар менән евроға конкурент булырлыҡ үҙ валюталарын булдырырға ғына ҡала. Киләсәктә халыҡ һаны буйынса донъяла 4-се урында торған Индонезия ла БРИКС-ҡа ҡушылырға теләй. Ул сағында был халыҡ-ара ойошма тағы ла көсәйәсәк, ҡеүәтләнәсәк тигән һүҙ. Әлбиттә, танау аҫтында тиерлек ошондай ҡеүәтле берләшмәнең барлыҡҡа килеүе АҠШ-ҡа бер ҙә оҡшамай, һәм ул был илдәрҙең берҙәм үҫешенә төрлөсә аяҡ салып маташасаҡ. Был тәңгәлдә ниндәйҙер кимәлдә уңышҡа ла өлгәшеп ҡуя кеүек. Яңы йыл алдынан БМО-ла Сүриә мәсьәләһе буйынса резолюция ҡабул иткәндә ошо асыҡ күренде лә инде. Ул ваҡытта БРИКС ағзалары булған биш илдең өсөһө икеләнеү белдереп, Рәсәй менән Ҡытайҙы айырым ҡалдырҙы. Һиндостанды был тәңгәлдә аңларға була кеүек. Ни өсөн тигәндә, был ил нефтте күпселек Сәғүд Ғәрәбстанынан ала. Ә уныһы туранан-тура АҠШ йоғонтоһо аҫтында. Бразилия ла, ауыл хужалығы тауарҙарын АҠШ аша һатҡас, тулыһынса уның йоғонтоһонан ҡотола алмай, күрәһең. Шуға ла БРИКС-тың сәйәси йәһәттән тулыһынса бойондороҡһоҙ булыуына өлгәшеү, һәр позицияла ла бер төптән булыу өсөн байтаҡ ваҡыт кәрәк буласаҡ. Өҫтәүенә Ҡытай менән Һиндостан араһында биләмәләр буйынса бәхәсле мәсьәләләр байтаҡ. Был илдәр араһындағы 1962 йылғы конфликтты ла оноторға ярамай. Шулай ҙа Нью-Делиҙағы саммит АҠШ-тың сәменә теймәй ҡалмағандыр. Ни өсөн тигәндә, осрашыу һуңында БРИКС илдәре үҙ-ара сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе АҠШ долларынан баш тартып, үҙ аҡсалары менән атҡарыу хаҡында килеште. Был йәһәттән Рәсәй лидеры ҙур әүҙемлек күрһәтте. Тап Дмитрий Медведев донъяның финанс-иҡтисади ҡоролошон реформалау кәрәклегенә баҫым яһаны ла инде. Әйткәндәй, әлеге саммит Дмитрий Анатольевичтың вәкәләттәрен Владимир Путинға тапшырғанға тиклем сит илгә һуңғы эш сәфәре лә булып торҙо. Осрашыу барышында иҡтисади хеҙмәттәшлектән тыш сәйәсәт темаһы ла ситтә ҡалманы. Сүриә менән Иран тәңгәлендә бер төптән булыу, уларға ҡарата АҠШ менән ЕС агрессияһына юл ҡуймау кеүек мәсьәләләр тикшерелде. Шулай итеп, БРИКС үҙенең тәүге дипломатик миссияһын да үтәне тип әйтергә кәрәк.
Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Вернуться назад