Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһының Милләттәр эше комитеты ағзаһы Зөһрә Рәхмәтуллина Ямал-Ненец автономиялы округының Муравленко ҡалаһында комитеттың күсмә ултырышы эшендә ҡатнашты.Ултырыш дәүләт милли сәйәсәтен муниципаль кимәлдә тормошҡа ашырыуға арналды. Форумды үткәреү урыны осраҡлы һайланманы. 70 милләт вәкиле тыныс һәм татыу йәшәгән Муравленкола 2017 йыл Милләттәр йылы тип иғлан ителде.
– 30 йылдан ашыу тарихы булған нефтселәр һәм газсылар ҡалаһын илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән кешеләр төҙөгән. Улар үҙҙәре менән тыуған яғынан милләт-ара һәм дин-ара татыулыҡ йолаларын алып килгән, – тине Зөһрә Рәхмәтуллина. – Тәжрибә уртаҡлашырға килеп, ошо ерҙә төпләнгән яҡташтарыбыҙ ҙа байтаҡ бында.
Әйткәндәй, округка Ислам дине буйынса яйға һалынған белем биреү һәм дини кадрҙар әҙерләү системаһына эйә Башҡортостандан мосолман руханиҙары ла йыш килә. Улар, башҡа дин әһелдәре менән берлектә, төбәктәге милләт-ара татыулыҡты нығытыуға тос өлөш индерә. Ямалдағы мөфтиәткә лә яҡташыбыҙ етәкселек итә.
– Башҡортостан диаспораһы – Ямалда иң ҙурҙарҙың береһе. “Ямал халыҡтары йорто” күргәҙмәһендә республикабыҙға һәм ошо ҡырыҫ төбәкте үҙләштергән Башҡортостан вәкилдәренә арналған экспозицияны күреп айырыуса ҡыуандыҡ, – тине парламентарий.
Зөһрә Рәхмәтуллинаның фекеренсә, бындай күсмә ултырыштар дәүләт милли сәйәсәтенең стратегик бурыстарын тормошҡа ашырыуҙағы етешһеҙлектәрҙе асыҡлау, уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләү, ошо йүнәлештәге аныҡ муниципаль һәм төбәк тәжрибәһен дөйөмләштереү мөмкинлеген бирә, сөнки ҙур милли сәйәсәт төбәктәрҙә барлыҡҡа килә.
Сарала ҡатнашыусылар күп милләтле ҡалалағы милли-мәҙәни берекмәләрҙең эшмәкәрлеге менән танышты, ҡайһы бер социаль объекттарҙа булды, Милләттәр йылына арналған концерт ҡараны. Муравленколағы төп халыҡтың (ханттар һәм ненецтар) көнкүреше менән танышыу, милли көрәш буйынса ярыштар ҡунаҡтарҙа онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы.