Бурыстар хәл ителмәҫлек түгел31.03.2012
29 мартта Түбәнге Новгород ҡалаһында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышы булды. Унда Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов иҡтисадтың яңыртылыуы шарттарында округта ауыл хужалығы тармағын үҫтереү мәсьәләләре хаҡында сығыш яһаны.
Рөстәм Зәки улы билдәләүенсә, донъя күләмендәге финанс көрсөгө һәм ике йыл рәттән килгән ҡоролоҡ агросәнәғәттең үҫешенә ныҡ тәьҫир итте, хәлде ҡатмарлаштырҙы.
— Бөгөн беҙҙең ауыл хужалығы сит илдекенән, тәү сиратта, технологиялар кимәле буйынса ҡалыша, — тине Башҡортостан Президенты. — Төбәктәрҙең күпселегендә техника һәм тәжрибәле белгестәр етешмәй, машина-технология паркының иҫкереүе округ буйынса уртаса 70 процент тәшкил итә. Шуға ла ауыл хужалығы техникаһын яңыртыу маҡсатында ҡәтғи саралар күреү кәрәк. Бында дәүләт ярҙамының һөҙөмтәлелеген арттырыу, заманса ҡорамал ҡулланыусыларҙы дәртләндереү, үҙәк һәм төбәк ҡаҙналарынан субсидия бүлеү системаһын камиллаштырыу мөһим.
Рөстәм Хәмитов шулай уҡ ерҙәрҙе һөҙөмтәле файҙаланыу мәсьәләһенә иғтибар йүнәлтте. Уның әйтеүенсә, Волга буйы федераль округына Рәсәйҙәге барлыҡ ауыл хужалығы ерҙәренең — дүрттән бер, сәсеүлектәрҙең өстән бер өлөшө тура килә, ләкин был байлыҡтың ҡәҙерен белмәйҙәр. “Әле округта ун миллион гектар ауыл хужалығы майҙаны, шул иҫәптән ете миллиондан ашыу һөрөнтө ер буш ята. Шуларҙы файҙалана башлау ғына ла агросәнәғәттә етештереү күләмен 100 миллиард һумға арттырыу мөмкинлеген бирә ала, — тине республика етәксеһе. — Хәлде ҡатмарлаштырыусы төп сәбәптәрҙең береһе — ерҙең дәүләт кадастрында теркәлмәүе. Әгәр улар иҫәпкә ҡуйылһа, хужалары участкаһын аманат итеп кредит юллай алыр ине”. Рөстәм Зәки улының фекеренсә, ер ресурстарына бәйле мәсьәләләрҙе көйләү өсөн федераль кимәлдән ярҙам һорау һәм норматив хоҡуҡи базаны камиллаштырыу кәрәк.
Башҡортостан Президенты артабан ауыл хужалығының үҫеше өсөн инвестициялар йәлеп итеүҙең мөһимлеген, был йәһәттән аҡса һалырға теләүселәргә Үҙәк һәм төбәк кимәлендә уңайлы шарттар тыуҙырыу буйынса сара күреү зарурлығын билдәләне.
— Агросәнәғәтте үҫтереүҙә ҡулланылған төп ысулыбыҙ — дәүләт иҫәбенән ярҙам бүлеү. Был маҡсатта тотонолған аҡса йылдан-йыл артып бара. Ләкин тотороҡлолоҡҡа, ауыл хужалығы етештереүселәренең иҡтисади үҙаллылығына өлгәшелмәгән. Субсидияларҙы иҫәпкә алмаһаҡ, тармаҡтың зыянға эшләүен дауам итеүе күренә, — тине Рөстәм Зәки улы. Ул предприятиеларҙы финанс йәһәтенән һауыҡтырыу, бөлөүҙән ҡотҡарыу мәсьәләһенең бик ауыр хәл ителеүен билдәләне.
Республика башлығы Рәсәйҙең Бөтә донъя сауҙа ойошмаһына инеүенә бәйле тармаҡтың халыҡ-ара талаптарға ярашлылығын тәьмин итеү, етештерелгән тауарҙарҙың конкуренцияға һәләтен арттырыу, хужалыҡтарға уңайлы баҙар шарттары тыуҙырыу тураһында ла һөйләне.
Башҡортостан Президенты ауылда тормош сифатын күтәреү мәсьәләһенә лә туҡталды. Рөстәм Зәки улы ауылда төпләнгән йәш ғаиләләрҙең һәм йәш белгестәрҙең торлаҡҡа бәйле хәлен яҡшыртыу, халыҡты һыу, “зәңгәр яғыулыҡ” менән тәьмин итеү, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, мәктәптәр, бала баҡсалары, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары төҙөү, эш урындарын арттырыу буйынса тағы ла һөҙөмтәлерәк саралар күреү хаҡында уйланырға саҡырҙы.
— Ауыл хужалығында, бүтән тармаҡтарҙағы кеүек үк, хәл итәһе бурыстар етерлек, әммә уларҙы яйға һалыу беҙҙең ҡулдан килә. Бергәләшеп, был йүнәлештә эҙмә-эҙлекле эшләйәсәкбеҙ, — тип ышаныс белдерҙе республика башлығы.
Я. УСМАНОВ.


Вернуться назад